Кемдең генә матур сәсле булғыһы килмәй. Әммә берәүҙәрҙе тәбиғәт оҙон толомдар менән бүләкләһә, кемгәлер сәстәрен матурлауға тырышлыҡ һалырға тура килә. Был осраҡта төрлө майҙар, үлән төнәтмәләре, ҡыҫҡаһы, ябай ғына рецептар бик файҙалы.
Майлыраҡ сәстәрҙе кесерткән, имән ҡайыры төнәтмәһе менән сайҡау фарыз.
Сәстәр ҡоро булһа, ромашка, лаванда, үгәй инә үләне, меңъяпраҡ, йүкә сәскәһе төнәтмәһе файҙалы. Уларҙың үҫеүенә төрлө майҙар яҡшы йоғонто яһай. Үләндәрҙе үҙаллы ла, ҡушып та ҡулланырға була.
Бөтә төр сәстәргә лә ҡайын япрағы төнәтмәһе килешә. Алдан япраҡтарға ҡайнар һыу һалып төнәтеп ҡуйып, сайҡаған һыуға ҡушып ебәрер кәрәк. Был ысулды һәр йыуғанда ла ҡулланырға ярай.
Төп майҙарға йомортҡа, йогурт ҡушып маска эшләп ебәрһәң, бигерәк тә шәп. Айырым һауытта соя майын, миндаль, дегәнәк һәм кокос майын ҡушып болғағыҙ. Ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып йылытып алып, был массаны сәстәргә һөртөгөҙ, ҡалғанын баш тиреһенә һылап ҡуйығыҙ. Баш йылынып киткәнсе массаж эшләгеҙ. Башҡа полиэтилен кейеп, ярты сәғәттәй тотоғоҙ. Шунан балаларға тәғәйен шампунь менән йыуып төшөрөгөҙ. Бындай масканы ике ай дауамында аҙнаһына бер тапҡыр яһап торһағыҙ, сәстәрегеҙ үҫеп нығынып китәсәк.
Сәс йыуған йәки сайҡаған һыуығыҙға берәр тамсы эфир майҙары тамыҙырға була, улар – лимон, апельсин, розмарин, лаванда. Эфир майҙары бик көслө, шуға бер йыуғанда өс-дүрт тамсы ғына ҡулланыу етә.
Йомортҡа һарыһы, бал һәм төрлө емеш һуттары ҡушылған маскалар ҙа бик һәйбәт. Бындай масканы башты йыуыр алдынан һылап, 40 минут тотоу файҙалы. Артабан үрҙә әйтеп киткән үләндәрҙән төнәтмә эшләп, сәстәрҙе сайҡап ҡуйығыҙ.
Эйе кибеттәрҙәге әҙер маскаларға ҡарағанда, былай эшләү мәшәҡәтле, ләкин өйҙә яһалғандың һөҙөмтәһе тиҙ күренә, сөнки сәстәр үҫә, һынмай һәм ялтырап китәсәк. Прическа яһау ҙа яйлыраҡ була башлай.
Әйткәндәй, шампундәрҙе лә составын уҡып, төрлө сульфаттарҙың ҡушылмағанын һайлап алыу мөһим, сөнки тап ошо химик матдәләр сәсте киптерә, тиренең ҡаршы тороу функцияһын емерә, йыш ҡына аллергияға килтерә.
Сәстәрегеҙ матур, кәйефтәрегеҙ шәп булһын!