Яҡтыға ниндәй генә йән тартылмай. Илтифат итһәгеҙ, ағастың да көнгә ҡараған ботаҡтары ялбырыраҡ, япраҡ-ылыҫтары ҡуйыраҡ була. Үҫемлекселек донъяһын өйрәнгән ғалимдарҙың раҫлауына ышанһаң, һәр өлкә ҡояшлы мәлдә уға ҡарап йөҙ борорға тырыша икән. Шуға оҡшаш, ипле һүҙ, ваҡытында әйтелгән фекер ҙә кеше күңеленә юл тапмай, күңелен ҡаҡмай ҡалмаҫ.
Ил халҡы бер ғаилә булып йәшәһен
Һәр хәлдә, ошо хәҡиҡәткә инанғанмын. Матбуғатта булһынмы, радио аша сығыш яһайыммы, ипле һүҙ, хаҡ фекер иң алда йөрөргә тейеш.
Мәғлүмдер, донъя хәҙер ифрат буталсыҡ. Унда көн һайын булып торған хәл-ваҡиғаларҙың айышына тормош мәшәҡәттәренән бушай алмаған кеше генә түгел, сәйәсәттең уртаһында ҡайнаусы ла ҡапыл ғына төшөнә алмаҫ, шуға күрә донъя хәлдәрен иғтибарҙан яҙҙырмай, уларҙың асылын һәм маҡсаттарын үҙем дә аңларға, уҡыусыларға ла төйнәлгән фекерҙе еткерергә тырышам. Ихлас һүҙ, һәр кем уны ҡабул итә алмаған хәлдә лә, күпселек кешенең күңеленә үҙ юлын табыр ул.
Хәүеф аҙым һайын янап торған һәм ул ҡурҡыныстарҙың ҡасан һәм ҡайһы тарафтан килеп сығырын белеү мөмкин булмаған заманда йәшәү еңел түгел. Йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында уйланмаған мәлдә генә тормош үҙ мәйеленсә барғандай.
Асылың, илең, халҡыңдың ысын йәшәйеше хаҡында уйлай башлаһаң, тирә-яҡ мәкерлек, ялған, ике йөҙлөлөк, оғролоҡ менән тулған һымаҡ. Әлбиттә, улай уҡ түгелдер ҙә. Ниндәй генә әшәкелек даръяларын кисергә тура килмәһен, халыҡтың күпселеге шул кисеүҙәрҙән бысранмай сыға. Халыҡ йөрәге алтын, һәм уға тутыҡ һис ҡасан да йоҡмай.
Хәҙер Рәсәйҙә милли идея тураһында һүҙ ҡуйыртыу мода төҫөн алды. Әммә, ҡарашымса, уның асылын бер кем дә аныҡ ҡына күҙ алдына килтермәй, шикелле, сөнки милләтте рухландырырлыҡ, тупларлыҡ, күтәрерлек идея йәки идеология яҙып раҫланған программа ла түгел, уны тотоп ҡарап та булмай. Кемгәлер дин алға һөргән ҡиммәттәр халыҡтың рухын нығытырҙай идея кеүек тойола. Икенселәргә дәрткә ҡанат ҡуйған патриотик тойғолар яҡын. Өсөнсөләр әхлаҡ һәм зауыҡ, ололоҡ һәм кеселеклелек сифаттарына өҫтөнлөк бирә. Әгәр сәйәсмәндәр ауыҙынан сыҡҡан фекерҙәрҙең башлыса конъюнктур үҙенсәлеген хәтерҙә тотҡанда, иғтибарға алырлыҡ идеялар, ғәҙәттә, ғалимдар, яҙыусылар, публицистар тарафынан әйтелә.
Мәсьәләне ябайлаштырыбыраҡ ҡарағанда, мөлкәт мәсьәләһендә халҡы поляр яҡтарға бүленгән илдә берләштереүсе идеяның булыуы мөмкин дә түгел. Абрамович менән Дерипаскалар, ҡулында власть тотҡан хакимдар, халыҡ мәнфәғәте тураһында нисек кенә сафсата һатмаһын, тамағы ризыҡҡа туймаған, баш терәр урыны булмаған кеше олигархтар менән фекерҙәш була алмай. Ил халҡы бер ғаилә булып йәшәһен өсөн, мөлкәти хәлдә тиңлек булмағанда ла, һәр кемдең булдыҡлылыҡ потенциалын файҙаланыу форсаты берҙәй булырға тейеш.
Үҙ Ватанының барлығын тоймаһа, кеше уның патриоты була алмай. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә үҙ дәүләтеңдең ярҙамына һәм яҡлауына ышаныу һиндә ғорурлыҡ та, мәртәбә лә уята. Ҡеүәтле Советтар Союзы бар саҡта беҙ донъяның теләһә ҡайһы тарафында башты юғары тотоп, дәрәжәбеҙҙе белеп йөрөй инек. Ошо тойғоно тергеҙеү өсөн Рәсәй иҡтисады, Ҡораллы Көстәре, Хәрби-диңгеҙ флоты, фәне һәм технологияһы заманса булған ил мәртәбәһенә өлгәшергә тейеш. Беҙгә бахырлыҡ, Көнбайыш алдында үҙебеҙҙе кәм күреү психологияһынан арынып, еңеүселәр, ғорурҙар рухын кире ҡайтарыу зарур.
Был – иң мөһим нәмә. Үҙ-үҙеңде ҡайыҙлауҙан һәм туҡтауһыҙ үкенеүҙән һиңә ҡарата хөрмәт артмай. Тормошта үҙеңде лә баһалай һәм бүтәндәрҙе лә самалай белеү кәрәк. Бөгөнгө тарихи осоробоҙҙағы түбәнселектәр беҙҙе ихтыярһыҙҙан уҙған осорҙарҙағы юғары ваҡыттарға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр итә. Әгәр Бөйөк Ватан һуғышы яугире яу яландарындағы еңеүҙәренә торған һайын әйләнеп ҡайта икән, тимәк, ул еңеүсе булып ҡалырға теләй, бөгөнгө бахырлыҡтарҙы ҡабул итә алмай.
Юлай улы Салауатты ваҡыт үткән һайын йышыраҡ хәтергә алғанда ла халыҡ батырҙың еңеүҙәре тураһында ғына һөйләргә тырыша, ә милли ғорурлығыбыҙ кисергән еңелеүҙәр, ғазаптар йәлләү тойғоһо ғына уята. Халыҡ күңелендә батыр гел генә аҡ толпарҙа, ҡамсат бүректә, дошмандарҙы пыран-заран килтергән рәүештә ҡалған. Беҙгә еңеүсе Салауат ҡына кәрәк.
Йәмғиәтте берләштерерлек милли идея тураһында уйланғанда, уның тамырҙарын тарих төпкөлдәренән эҙләү урынлы булыр ине. Илдә социаль-иҡтисади формацияның үҙгәреүе лә ихтимал, ләкин халыҡ үҙенең дөйөм тарихын ниндәйҙер осорҙарға бүлгеләмәй. Советтар Союзында, нацизмды ҡыйратҡан ил булараҡ, милли дәрәжә бик юғары тотола ине. Бөтә халыҡты йәлеп иткән тышҡы һәм эске акцияларҙың маҡсаты, беренсе нәүбәттә, ил мәртәбәһе хаҡында хәстәрлеккә ҡайтып ҡалды. Олораҡтар СССР менән АҠШ араһында үткәрелә килгән “Гиганттар матчы” тип аталған еңел атлетика буйынса традицион ярыштарҙы хәтерләйҙер. Был осрашыуҙар, спорт ярышы булыуҙан бигерәк, ил һәм халыҡ намыҫы өсөн көрәшкә әүерелгәйне. Спорт ярыштарына сәйәсәт шауҡымын биреү дөрөҫ түгел, тиһәләр ҙә, дәүләт-ара теләһә ниндәй мөнәсәбәт тә – сәйәсәт. Ә инде илдең шайбалы хоккей буйынса йыйылма командаһының Канада, АҠШ профессионалдары менән осрашыуҙары, еңеүҙәре илебеҙҙә ни ҡәҙәр дәрт уятҡайны. Үкенескә ҡаршы, артабанғы йылдарҙа хоккейсыларыбыҙ ҙа, бөтә илебеҙ һымаҡ, еңеүселәр психологияһын юғалтты. Армия үҙәк спорт клубы (ЦСКА) футболсыларының Европа кубогын яулауын “Труд” гәзите “сирле илгә бүләк” тип атаны һәм был һүҙҙәрҙең нигеҙендә тәрән мәғәнә ята. Беҙ – ысындан да еңеүҙәргә, мәртәбәгә, ҙур булмаған уңышҡа ла һыуһаған йәмғиәт.
Милли оптимизм ихлас патриотизмға әүерелһен өсөн, ул эскерһеҙ, ихлас булырға тейеш. Ә беҙ ошо ихласлыҡты юғалта барабыҙ. Милли идея тураһында һүҙ бутҡаһы бешермәҫкә, бәлки, илдең дәрәжәһен күтәреү өсөн һәр ҡайҙа, һәр осраҡта тырышлыҡ һалырға кәрәктер. Милләт ниндәй генә шарттарҙа ла бергә булырға тейеш. Ә ауыр мәлдәрҙә кешеләр араһынан ел дә үтмәй. Был – аксиома, ләкин бер нисә йыл элек Мәскәүҙең энергетика селтәрендә ҙур авария булғас, таксистар, сәбәләнгән халыҡтың хәленә инеү урынына, йөрөү хаҡын ғәҙәттәгенән 10-15 тапҡырға арттырған. Ер тетрәгән, һыу баҫҡан, самолет, поезд ҡыйралған осраҡтарҙа ла, ярҙам ҡулын һуҙыусыларҙан алда, мародерҙар йөрөй. Бер-беребеҙҙе уңайы сыҡҡан һайын таларға әҙер торған саҡта милли һыйышып йәшәү ҙә, уртаҡ идеяның да булыуы мөмкин түгел.
Был юҫыҡтағы һүҙҙе йомғаҡлар алдынан байтаҡ йылдар элек булған бер хәлде йәштәрҙең хәтеренә төшөрөү менән тамамлар инем. Өфөлә, сәнғәт институтында, Виктор Фильчев атлы бик шәп баянсы эшләй ине. Бер саҡ ошо маһир Германияның Клингенталь ҡалаһында Донъя кубогы өсөн ярыша икән. Уйнарға сыҡһа, күрә: флагтар араһында беҙҙең илдеке юҡ. Әләмде элгәнсе, Виктор уйнай башламай. Кубокты ла ала музыкант, әммә унан да мөһимерәге – илдең мәртәбәһен яҡлай, үҙенең граждан һәм шәхес булараҡ өлгөргәнлеген күрһәтә. Барыбыҙ ҙа шулай булһаҡ, ниндәйҙер уйлап сығарылған милли идеяны эҙләп яфаланыу кәрәгер инеме икән?
Донъяла идеалист булып йәшәү мөмкин түгел, ләкин сабый сафлығын, хатта бер ҡатлылығын һаҡлап ғүмер кисерге килә. Тәбиғәт әҙәм балаһын һөттәй пак күңелле һәм хисле итеп ярата бит. Тик ошо күңелдең ап-аҡ дәфтәренә ҡара яҙыуҙарҙы тормош үҙе яҙа. Кешеләр араһында үткән һәр секунд сабый йөрәгенә, әсә наҙы менән ата ҡурсалауынан тыш, ҡырыҫлыҡ һәм уҫаллыҡ, көнсөллөк һәм ҡомһоҙлоҡ орлоҡтарын һала бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене шәхес булараҡ йәмһеҙләүсе сифаттар, меңәр йылдар буйы йыйыла һәм үҙҙәренсә камиллаша килеп, уның генетик үҙенсәлегенә әүерелгән.
Әҙәм балаһының бер үк ваҡытта кемделер өҙөлөп һөйөүе һәм уның хаҡына ғүмерен ҡорбан итеүе лә ихтимал, ләкин ул икенсе бер ғүмерҙе кисерергә лә һәләтле. Осрашмаҫ һәм ярашмаҫ нәмәләр ҙә кеше тәбиғәтендә бер булып уҡмаша ала. Шуға ла ул асылмаҫ сер донъяһы рәүешендә ҡалған кеше.
Донъя хәстәрен йөрәге аша үткәрәләр...
Халыҡтың рухын нимә һүрелтә? Айырым кешеләрҙең вайымһыҙлығы. Илдең йәмен нимә ебәрә? Унда йәшәүселәрҙең ғафиллығы. Телевидениенан көн-төн күрһәтелә торған криминаль сериалдарҙа мәғәнәле кадрҙар осрап ҡуя. Миҫалға, әйтәйек, инспектор егеттәр, мәйетте ҡарай-ҡарай, енәйәт сәбәптәрен тикшерә-тикшерә, ҡәһүә эсә. Был нимә? Енәйәти хәлдәргә күнегеп китеүме, әллә хис-тойғоларҙың юйылыуымы? Беҙ ҙә, ҡайһылыр яҡтан, әлеге милиционер, ғәфү итегеҙ, полиционер малайҙарға оҡшап бармайбыҙмы икән? Кеше йөрәге, йоҙроҡ дәүмәллек кенә булһа ла, донъяның шатлығын да, ҡайғыһын да һыйҙырырға һәләтле. Ә ирҙәр илағанда ла ҡымшанмаған кешелә ил хәстәре һәм халыҡ хәлдәре булыуы мөмкинме?
Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Марат Илһамов бер саҡ ҙур ғалим, шыйыҡлыҡ һәм газ механикаһы буйынса күренекле белгес, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәлил ағай Рәхмәтуллин тураһында һөйләгәйне. Талантлы ғалим ғына түгел, ғәжәйеп үҙенсәлекле шәхес тә булған ул. Ғабдулла Туҡай шиғырҙарын яттан белгән. Мәскәүҙә Илһамов уның фатирына йомош менән барғас, профессор үҙенең “тиле холҡона” зарлана икән. “Бына гәзиттә АҠШ менән Япония араһындағы сауҙа низағы тураһында яҙалар, ә мин шуға тулҡынланам”.
Миңә ҡалһа, шундай хәлдең булыуына ышанам. Бөтә донъяның хәүеф-хәстәрҙәрен йөрәге аша үткәреүсе кешеләр ысынында бар. Василий Шукшин ундайҙарҙы “чудиктар”, йәғни тормошто үҙенсә күреүсе кешеләр тип атай. Донъяла кешелеклелектең һаҡланып ҡалыуына, бәлки, шундай чудиктарға рәхмәтлебеҙҙер әле.
Ишектән ҡыуғанда, тәҙрәнән килеп ынтылған яманлыҡтарға юлды бөтөнләйгә ябайыҡ. Әсәләр ҡулында донъя яҡтыртыр ҡояш, сабыйҙар ҡулында – ҡалас, аталар ҡулында ил һаҡларлыҡ ҡылыс булһын. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтмешләй, “баштарыбыҙ, эйелгән хәлдә лә, ҡайғынан түгел, бәлки, аҡылдан ғына эйелһен. Кисен көлөп йоҡоға киткән бала иртән илап уянмаһын”.
Кемдәрҙер сәкән уйнаусы команданың еңелеүен дә милли фажиғәгә тиңләп йөрөй. Икенселәр футбол командаларын уйынсыҡ урынына һатып ала, өсөнсөләр донъя күләмендә илебеҙҙең юҡҡа сыға барыуын да күрмәмешкә һалыша. Мөлкәттәр генә түгел, рухи ҡиммәттәр айырымланған илдә тыныслыҡ һәм бер-береңә хөрмәттең булыуы мөмкинме?..
Тәнеңә энә осо менән тейһә лә һыҙланаһың, ә илебеҙҙең тәне – әллә ҡасандан бирле ҡанһыраған оло бер яра. Уны тырыш хеҙмәтебеҙ, сәләмәт рухыбыҙ менән генә дауалау мөмкин.