Санкт-Петербург ҡалаһында Марсово яланында ике вандал изге урынға хөсөтлөк ҡылған - ҡар һибеп мәңгелек утты һүндереп ҡасҡандар улар. Был хәл 16 декабрҙә була. Быларҙың ҡырын эше видеокамераға теркәлгән. Ә инде 21 декабрҙә урындағы Эске эштәр министрлығы “мәрхүмдәрҙең кәүҙәһен, уларҙың ҡәберҙәрен тәләфләгән өсөн” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Дүрт көн үтеүгә хоҡуҡ һаҡлау органдары шик аҫтына төшкәндәрҙе асыҡлаған да инде. Улар - Калининград өлкәһенән 23 йәшлек Александр һәм Башҡортостандан 25 йәшлек Владислав. Уны һорау алыу өсөн полиция участогына килтергәндәр, ә белеше Александр Ҡазан ҡалаһына китеп өлгөргән, әммә уға кисекмәҫтән Петербургка кире әйләнергә тура киләсәк. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, йәнәһе лә, был икәү ҡар атышып уйнағанда утты һүндергән.
Республикабыҙҙан ситтә яман эштәр ҡылып йөрөгән яҡташтар өсөн уғата оят. Мәңгелек ут – азатлыҡ өсөн, Тыуған ил өсөн ҡан ҡойған, яу яландарында ятып ҡалған һалдаттар халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланһын өсөн яндырылған, туҡтауһыҙ янып торған ут. Йәштәрҙең был урындың изге икәнен онотоп, ябай ял урынына әйләндереүе йәнде әрнетә...
Фото интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.