Яңы йыл алдынан Нуғай ҡасабаһындағы Баллы һәм Раштыуа урамдарында ихата байрамы уҙғарылды. Тантана “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре ҡатнашлығында үтте.
Партияның төбәк бүлексәһенә Нуғайҙағы 30-сы кварталда йәшәгән Елена Ғизәтуллина мөрәжәғәт итте. Ул ҡасаба халҡы өсөн байрам ойоштороуҙы һәм балалар майҙансығында шыуыу өсөн тау яһауҙы һораны.
“Бындай байрамдар халыҡты аралашыу мәҙәниәтенә, ихатала, ҡасабала таҙалыҡҡа, тәртипкә өйрәтә, сәләмәт тормошто пропагандалай”, – тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Байрамға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шатланды. Кескәйҙәр өсөн уйындар ойошторолдо. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу уларға бүләк таратты. Теләгән кеше тәмле былауҙан ауыҙ итте. Байрам сараһы асыҡ һауала бөтә санитария-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәп ойошторолдо.