Йәмғиәт
28 Декабрь 2020, 08:12

Һәр һүҙҙең тәрән мәғәнәһе бар

Байрам итеү йолаһы башҡорт өсөн, ғөмүмән, Кеше өсөн кәйеф-сафа, күңел асыу, танышыу, һый-хөрмәт күреү ысулы ғына түгел. Уның төп тамырҙары – тәүтормоштан алып Ҡояш торошоноң үҙгәрештәре буйынса үҙ донъяһын ҡороу, Тәбиғәт-Әсәгә баш эйеп, күңелен күреү,үҙ хәлен яйлау, һәр миҙгелен – Йәй, Көҙ, Ҡыш, Яҙҙы ризалатып, шул дәүергә инеү хоҡуғын яулау.

Байрам итеү йолаһы башҡорт өсөн, ғөмүмән, Кеше өсөн кәйеф-сафа, күңел асыу, танышыу, һый-хөрмәт күреү ысулы ғына түгел. Уның төп тамырҙары – тәүтормоштан алып Ҡояш торошоноң үҙгәрештәре буйынса үҙ донъяһын ҡороу, Тәбиғәт-Әсәгә баш эйеп, күңелен күреү,үҙ хәлен яйлау, һәр миҙгелен – Йәй, Көҙ, Ҡыш, Яҙҙы ризалатып, шул дәүергә инеү хоҡуғын яулау.


Тормош асҡысы


Тәбиғәтте ризалатыу алымдарына иһә ҡорбан салыу ҙа, матур кейеме менән Тәбиғәт матур­лығына лайыҡлы булыуын раҫлау ҙа, ярыштар үтеп, көс, батырлыҡ, матурлыҡ күрһәтеп, төрлө сихри, йыһан көстәрен, “эйәләрҙең” ҡурсалауын, яҡлауын яулау ҙа инә.
Байрамдарҙың психологик коды бар – аң яңыртыу, күңел көйләү, бер ритм, бер уй-теләктә күп кеше ҡатнашып, Йыһан көстәрен әүҙемләштереү һәм берләшеү обертон эффектын бирә: өс кешенән ашыу кеше йыйылһа, улар бер тулҡында йәшәй башлай, берҙәмлек тылсымы көсәйә.
Байрам йыйылышы – бош­о­ноуҙан арыныу, ырыу, ир, ғаилә-ҡор дәртен арттырыу, Еңеүсе рухын, татыулыҡ энергияһын арттырыуға иң ҡулай, иң бөйөк, мәңге иҫкермәҫ модель. Ҡорбан салыу иһә килер бәләнең юлын быуа, юғары көстәр менән алыш-биреш итеү сараһы була.
Байрамдарға махсус йола аштары әҙерләүгә шул эйәләрҙе, йәғни хужаларҙы ризалатып, Аллаһты ҡыуандырып, бәрәкәтте арттырыу тылсымдары ла һалынған. Өйҙән-өйгә йөрөп йыйылған ризыҡты бергә ашау иһә коллектив Көс туп­лай, араларҙы яҡынайта, йәшәү энергияһын яңырта, тырым-тырағай төркөмдө Милләт, Халыҡ итеп таныта, бергәлектең ҡәҙерен мәртәбәле итә.
Тәбиғәт-ана алдында ғәфү алып, донъяны биҙәп, тормоштоң яңы дәүерен төҙөүгә ҡатнашыу ҙа – байрам. Шуға ла һәр йола, байрамдың рациональ маҡсаты, реаль, аныҡ тәғәйенләнеше булған. Боронғо иң мәшһүр аҡыл – тәбиғәтте тере йән итеп ҙурлау – һәр заманда үҙ мөмкинлектәрен аса бара.
Йола байрамында һәр Һүҙ, Йыр, Хәрәкәт, Ярыш билдәле, үҙ самаһы, мәғәнәһе бар. Улар биҙәүес тә түгел, осраҡлы ла түгел. Байрам, йола күренештәренә ҡарата “ата-бабалар шуға ышанған инде” тип кенә ҡарау ҙа милли традицион мәҙәниәттең асылын аңламау менән бер. Был мираҫ – ғәләмәт аҡыллы, мәшһүр тойом эйәһе, Тәбиғәт балаһы була белгән ата-бабаларыбыҙҙың – башҡорттарҙың таң ҡалырлыҡ юғары интеллектуаль базаһы һалынған Код-Ҡот бит ул.
Был заманда ошо Код мөмкин­лектәрен нисек файҙаланырға һуң?

Боронғоса үткәреп булмаһа ла, милли байрамды заман заңынса ҡулланыу мөмкин һәм кәрәк, әммә йола терминдарын, байрам алымдарын, теге йәки был эпизодтар аңлашылмағанға күрә, нисек етте шулай аңлатыуҙан тыйылырға кәрәк. Һуңғы осорҙа ошондай күренештәр, йола һүҙҙәрен примитив этимология юҫығында аңлатыу күбәйҙе. Ҡышҡы байрамды аңлап, туҡып, белеп үткәреү мотлаҡ. Ошоно аныҡлау өсөн, изге байрам дөрөҫөрәк үтәлһен тип, ҡулыма ҡаурый алдым, сөнки йолала хата булһа йәки төп һүҙҙәре, тәғәйендәре үҙбелдектә ҡулла­нылһа, кире, хатта яман һөҙөм­тәләргә килтереүе бар. Ата-баба тапшырған тормош асҡысы бит ул.
Байрамдың боронғоһо


Иң оҙон һәм иң ҡыҫҡа көндәр йәйге, ҡышҡы Нардуған байрамдары менән билдәләп үтелгән. Яҙ көндәрендә – Науруз, көҙ миҙге­лендә Сөмбөлә, йәй иһә “Сәғәт һуҡҡан көн” байрамдары үткәргәндәр. Уларҙың араһы өс ай булған. Ҡышҡы Нардуған 25 декабрҙә башланған һәм бер аҙна тирәһе дауам иткән. Нардуған Ҡояштың яңы сиктә тороуын аңлата. Нар – Ҡояш, нур, ә дуған – сик буйы. “Нар” шул уҡ ваҡытта ҡыш, Ҡояш мәле алиһәһенең исеме лә ул. Шуға ла Нар-Нарына – ҡоро һүҙ уйнатыу түгел, Нар+инәне маҡтау ҙа. Аулаҡ өйҙәрҙә ҡыҙыҡлы “Балдаҡ”, “Үгеҙ-йөҙөк”, “Йондоҙ һанау” һәм башҡа уйындар, яҙмыш һынауҙар, егет-ҡыҙ әйтештәре булған. Йор телле ҡыҙҙар һәм егеттәр “Ҡулымдағы балдағымдың” тип йоланы башлау менән ошо йылда ниҙәр булаһын юрағандар.
Ҡышҡы Нардуған ҡышҡы селләнең (25 декабрҙән 5 февралгә тиклем) беренсе аҙнаһына тура килгән. Ошо ваҡытта теләк тылсымы көсәйә, шуға өйҙән-өйгә йөрөп теләк әйтеү, йорттарҙа бергәләп изге теләккә ҡушылыу – оло йоланың үҙәге.
Нардуған исеме онотолһа ла, ҡышҡы байрам ваҡыты, рәүештәре, теләктәре онотолмай. Кешенең генетик Хәтере – иҫ китмәле феномен ул! Нардуған байрамы йыл ахырында, көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас уҙғарыла. Ҡыш булыуға ҡарамай, берәй иркен йортта йыйын йыялар, унда һәр кем үҙ өлөшөн тотоп килә: итен, ҡаҙыялын, майын, һалмаһын, ярмаһын – барсаһын. Сапҡынсылар, бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата, теләк теләй. Теләкте урамда ла әйтеп йөрөгәндәр:

Нар, нар, нарына,

Бәхет бирһен барыңа.

Мал-тыуарың түл йәйһен,

Бала-сағаң ит ейһен!

Малың ашһын ҡуранан,

Ашың ашһын буранан!

Өйгә инеп шулай тигәс, өй хужалары үҙҙәре ни ашаһа, теләкселәргә шунан өлөш бирә.
Өйҙән сығыр саҡта йәнә теләк һүҙен һамаҡлағандар:

Нар, нар, нарына,

Рәхмәт һеҙгә барыңа!

Малдарығыҙ түл йәйһен,

Барсағыҙ ҙа ит ейһен;

Һөтлө булһын бейәгеҙ,

Уҡлы булһын йәйәгеҙ;

Мәргән булһын уғығыҙ,

“Барға” сыҡһын “юғығыҙ” ,

Малығыҙ ашһын ҡуранан,

Ашығыҙ ашһын буранан;

Ил-йортоғоҙ һил булһын,

Йәннәттәргә тиң булһын.

Әйҙә, амин тотайыҡ,

Йортоғоҙҙо ҡотлайыҡ.

Шулай тип доға ҡылалар ҙа,

Нар-нар, нардуған,

Нардуғанға бар, туған, –

тип ары юлдарын дауам итеп, байрамға саҡырып сығып китәләр.


Аулаҡ өйҙә Нардуған


Йәштәр йыйылған йорт эсендә һый бөтөүгә, тышта төрлө уйындар уйнала, ҡарҙа көрәш, арҡан тартыш, түмәр сабыу, ҡар бәрешеү... Ҡарттар урам буйлап тәҡбир әйтеп уҙа. Аулаҡ йортта ҡыҙҙар йондоҙнамә аса, фал һала – кейәүгә сығырҙарын, кемгә барырҙарын юрай. Иртәгәһенә өйҙән-өйгә ҡунаҡҡа йөрөшөү башлана.
Байрам ике-өс көнгә, аҙнаға һуҙылыр булған.

Бына шулай Ҡояш торошоноң иң юғары мәлдәрендә коллектив, ырыу үҙенең Ҡотон арттырыу өсөн тырыша. Бында хис-тойғо, бер-береһенә яҡшылыҡ теләүҙән йөрәктәр таҙара, яратыу белдереү ҙә йәл түгел, ә иҫкенән арынып яңы йәшәү энергияһын булдырыуға ихлас талпыныу – тәбиғәт ҡануны. Бер темпта, бер күтәренкелектә, оптимизмда тирбәлеү көтөлгән һөҙөмтәне бирә.
Бөгөнгө көндә, яман сир рухы күтәрелеп, кешелекте ҡара ғәрәсәт һағалап, ялмап алғанда, халыҡ­тарҙың ҡото осҡан ауыр бер мәлдә Ҡот саҡырыу йолаһын үтәү өсөн дә тупланайыҡ. Ул йоланы һәр йортта, ихатала, учреждениела атҡарырға була.

Ҡот – иң көслө, абстракт, әммә иң кәрәкле, һәр кемгә яҡын, башланғыстарҙың сығанағын аңлатҡан төшөнсәләрҙең береһе. Ҡот-Йән, ҡан, йәм, тәм, эмбрион, яралғы, йәшәү, матурлыҡ, көс, йөҙ, нур, яҡшылыҡ – ниндәй күп мәғәнә һалынған унда!
Бөтөн төрки-монгол халыҡтарында ул – тормош терәге. Ҡот – тере, күренмәҫ зат ул. Ул “китә”, “оса”, “юғала”, “ташлап китә” ала. Ныҡ бошоноу, ҡурҡыу баҫҡан кешенән дә, уҫаллыҡҡа, көнсөл­лөккә батҡан, тик үҙ һүҙен генә һүҙ итеүсе кешенән дә, кемдәндер гел шикләнгән, яҡшыны күрә белмәгән, үҙенән бәҫлерәк эшләгән кешене, уңыштары матур инсанды ҡотларға теле бармаған кешенән дә Ҡот китә. “Ҡотһоҙ”, нурһыҙ, һөйкөмһөҙ була ул, сөнки Ҡот+лау өсөн үҙеңә ҡотло булыу шарт бит! Әммә шулай уҡ саҡыра белһәң, Ҡот ҡайта ла ала. Әлеге көндә ҡото осҡан кешегә Ҡот ҡайтарыу имселәр ғәмәлендә йыш күҙәтелә. Әммә Ҡотто кешегә генә түгел, ғаиләгә, ырыуға саҡырыу, мал ҡотон , ихата күркен-ҡотон ҡайтарыу ғәмәлдәре лә бик киң ҡулланылған башҡортта . Махсус йолаһы, һамағы, тәртибе бар. “Ҡорайт , ҡотом, ҡайт , Ҡотом! Ҡорайт, ҡотом, ҡайт , ҡотом!”-һәр йолала төп һүҙҙәр. Ҙур түңәрәктәр йыйып, һәр барған еремдә балалар менән дә, өлкәндәр менән дә, “Урал-батыр”байрамдарында ла, ижади осрашыуҙар үткәргәндә лә был көслө алымды, халҡымдың мәшһүр бер рухи ҡоралын “эшкә егеп” , Ҡот саҡырыу йолаларын 2008 йылдан бирле “ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте менән минең башланғыста ғәләмәт матур итеп үткәрә киләбеҙ , шөкөрана! Быны ла күрә белеү кәрәк , тип әйтер инем –йоланы башлап түгел ,ә дауам итеп, изге эшкә бөгөн ҡушылыусыларға. Һәм был эштең ни тиклем кәрәклеген аңлайым. Балалар милләтенә ҡарамай, балҡып, йылмайып, көләс итеп килеп ҡосаҡлап алалар , оло инәйҙәр , бабайҙар фатиха бирә, бик күңел асылды бит әле балам , тип рәхмәт белдерә . Бере-береһенә рәхмәт әйтеү, ғәфү һорау, илау – ни генә булмай күҙ алдында ......Ҙур түңәрәктә бергәләп Ҡот саҡырыу –милләттең көс-ғәйрәтен һаҡлауға ҡоролған изге йола , милли Аҡыл табышы бит ул.

Бөгөн ул Йола бик тә кәрәкле .Йыйын йыйыу, байрам үткәреү мөмкинселеге булмағанға күрә һәр йортта ла Ҡот саҡырыу мөмкин .Уны мин Пермь өлкәһе Барда районы ғәйнә башҡорттарынан ,Әлшәй районы Ғәйниямаҡ, Иҙрис ауылдарында яҙып алдым
ЙОРТ ҠОТОН САҠЫРЫУ

. Йорт яҡшы итеп таҙалана.Сыра яндырып,йә иһә әрем, һары мәтрүш , бәшмәк менән төтәҫләп, йортто уңдан әйләнеп сығалар . “Алас!Алас!Яман нәҫтә, ҡас!Ҡас!”,Кит, ҡайҙан килдең-шунда кит! Кит! “,-тип әйтемләп ҡыуалар төрлө яман көстө.. Ғаилә ағзалары йыуынышып өҫтәл артына ултыра . Өҫтәл уртаһына тәрилкәгә тултырып һалҡын һыу ҡуйыла. Шуға эрегән ҡурғаш һалына .Изге ниәт әйтелә: “Йә, Аллам! Ата-бабам ҡушҡан йола үтәйбеҙ. Тик һинең ризалығыңдан!Ярҙам ит , ниәтебәҙҙе морат ит! Сир –сырхау, ыҙғыш күбәйҙе. Ир-ҡатын араһы тынысһыҙ..Ҡот кәрәк!”. Тәүҙә “Фатиха” сүрәһе, унан “Әлхәм”, “Ҡолһоуаллаһ” уҡыла. Амин тотола .Оло инәй йә бабай, йә белгәнерәк йола башлаусы(апай, ағай , еңгә..) ла уҡый ала.Ишек, тәҙерә, мөрйә бер аҙ асып ҡуйыла- “шул сағында ҡот еңел өйгә инер”.Ҡот саҡырыу һүҙҙәрен әйтә-әйтә ҡурғашты иретеп тәрилкәләге һыуға һалып ебәрә йоласы . Һамаҡлап тора:

Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Ҡайт , ҡотом, ҡотой ,ҡотом!

Иҙел башларынан ҡайт,

Шәймек башларынан ҡайт,

Тәҙрәләрҙән кер, ҡотом,

Ишекләрҙән кер, ҡотом,

Сөрөмлөкләрҙән кер, ҡотом ,

Мөрәйләрҙән кер, ҡотом!

Суларҙан ҡайт!Кил,ҡотом!

Айларҙан, ҡояшларҙан ҡайт, ҡотом!

Жилләр менән кил, ҡотом!
Кил, ҡотом, ҡайт, ҡотом !....(Ғәйнә башҡорттары фольклоры. Өфө, Ғилем .2012.73-75 бб)

“Шәймек”-ғәйнәләрҙә- ҡырмыҫҡа иләүе. Шулай уҡ, текста ғәйнә һөйләшен һаҡларға тырыштыҡ . Һыуға төшкән ҡурғаш түңәрәк кенә булып төшһә-уны стенаға элеп ҡуялар. Ул йорттоң ҡотон, ир-ҡатын араларын һаҡлауҙы матдиләштергән бер билге-тамға була. Һыуҙы ҡайһы бере эсә, башҡалар түгеп тә ҡуя. Барыһы Йоласы артынса ҡот саҡырыу һүҙҙәрен ҡабатлай ҙа ала .Бында иһә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе төрлө яҡта яҙылыуынса һүрәтләмәгә ҡуштым.
Бер етди иҫкәрмә бар. Боронғо йоланы,һүҙҙәрҙе был заман фекере, белеме,беҙҙең бөгөнгө аң-тойом, зауыҡ аша аңлатып булмай, ярамай ҙа. Һүҙ кодын –асҡысын табыр өсөн эҙләнеү кәрәк . “Беҙ белә-белгәне шулай булды”, “Мин үҙемде белә-белгәне бирле шулай һөйләштек! “ тип әйтеү тарихи һәм ғилми күҙаллау түгел. “Беҙ белә-белгәне”- ни генә арауыҡ ул Башҡорт, Кешелек, Тел тарихы өсөн! Шуға боронғонан боронғо, ҡәҙерленән ҡәҙерле ” Инәй” һүҙен, цивилизациялар төпкөлөндә үк тыуҙырыусы ,ҡурсалаусы Алиһә Инаннаға бәйле булған,түл -ырыҫ дауам иттереүсе ,инә енесен, тыуҙырыусыны аңлатҡан изге Заттың тәүбулмышын онотоп , ябайлаштырып , диалекттарҙа “әней”, “әнейем”, “нәнәй” тигәндәре өсөн генә ятһынып ,Алтын Һүҙебеҙҙе рәнйетеү һис килешмәҫ. Йыһан ни эшләп һуң беҙгә,-үҙ ҡәҙерҙәрен тәләфләгәнгә мәрхәмәтле булһын?!Ни менән беҙ башҡорт Уны һоҡландырабыҙ улай булғас? (Был һүҙ ыңғайы әйтелде).

“Ҡорайт” һүҙен дә “ Ҡорға ҡайт !”тип ябайлаштырыу ярамаҫ . Бындай боронғо, ҡеүәтле йөкмәткеле Һүҙҙәр бик - бик оҙайлы тарихи , семантик үҫеш юлы үткән. Изге йола мәғәнәһен , этимологияһын , термин көсөн тәрәндән байҡау шуны күрһәтә.“Ҡорайт”-бик боронғо Һүҙ.Яҡут-саха, тунгус, эвенк телдәрендә “курэйть”- “бәрәкәтле, уңышлы ел” (Сирина А.А.Чувствующие землю .СПб,2008.) тигәнде аңлата. Башҡорт йолаларында ул һүҙ һаман ғәмәли көсөн, әңен, тәғәйенен юғалтмай: ә был бик мәғәнәле күрһәткес ! Беҙҙең тел мәшһүрлеген генә түгел , генетик Хәтер тәрәнлеген һәм тотороҡлоғон әйтә бит ул.! Ә был күренеш инде тик биик ҡарт , күпте күргән , Тарихта ныҡ торған халыҡтарға ғына хас ! “Ҡорайт” —- ат өйөрөн туплауға, беренсе йәшен йәшнәгәндә “Күк килеүҙе” , ныҡ ҡурҡҡан кешенең ҡотон , изге әруахтарҙың, баҡсыларҙың рухын ярҙамға саҡырғанда, йыландан ҡасып һыны ҡатҡанға әйтелә торған мәшһүр һүҙ башҡортта ! Махсус һарнау һүҙе ул.Йәшен нисек ҡорға ҡайтһын !?... . Шуға күрә ҡот саҡырғанда “Ҡорайт” һүҙенең махсус тылсымын белеп, ыңғай, бәрәкәтле ел( Ел-мифологияла йыһан тыны, яҡшы көстәрҙе йөрөтөүсе мәңге тынмаҫ хәрәкәт эйәһе) менән килеүсе сәләмәтлек, йәшәү , дәрт , уңыш, именлек килеүен бәйләйек. Боронғоно ябайлаштырыуҙан тартыныу кәрәк. Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы ла ,элекке ҡарттар әйтеүенсә Ҡорайтмаҫ булған !(Халыҡ ижадын күп йылдар йыйыусы,өйрәнеүсе уҡытыусы Клара Хамидуллинанан,1935йылғы).
Күренекле яҙыусы-ғалимебеҙ, башҡорт мифологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Й.Ә.Солтанов хеҙмәттәрендә инде 30 йыл элек тиерлек ( 1995,2002 й), артабан оло талант , ғилми фекер эйәһе С.А.Ғәлләмов(1996,2005 ) Урал-батырыбыҙ тыуған көнө - Нардуған байрамы булыуына күҙәтеү эшләгәйне инде. Шуға был байрам ни тиклем ҡеүәтле, көслө , башҡорт өсөн бөйөк икәнен аңлайыҡ. Шартына килтереп үтәйек ! .“Урал-батыр” байрамдарын 2011 йылдан бирле һәр ҡыш һайын үткәрәбеҙ. Халыҡ, райондар белә , белде, таныны уның Көсөн! Ул йыйында “Урал-батыр” ҡарһүҙен әйтә олоһо, кесеһе, уҡ атыш, көрәш, ҡар уйнатыу, таш ырғытыу, изге ут - Алас тирәләй теләк әйтеү, арҡан тартыу, “Ылаҡ” уйындары,түңәрәк йөрөү һ.б. – барыһы лы оло майҙанды хайран итә ! Халыҡ көс яңырта, Урал-батыр рухын ҡыуандыра, үҙенең берҙәмлеге менән Йыһан алдында аҡлана... !Ҡот саҡырыу йолаһын үтәгәндә аҡ, йәшел, күк, ҡулъяулыҡтар менән болғай-болғай ҡот саҡырабыҙ.Бөгөнгө көндә ошондай һамаҡтар әйтеүҙе йыш ойоштороу кәрәк . “Башҡорт халыҡ ижады” серияһынан үҙебеҙ төҙөгән “Йола фольклоры” томында (БХИ,1995) тулы текстар бар.Шуларға нигеҙләнеп ҡот саҡырайыҡ. Әйтергә кәрәк -йола көсө шунда- Ҡоттоң үҙенә өндәшеү мотлаҡ! “Ҡайт ҡотом!... Аң ағарһын, Именлек булһын ..!.” ише һүҙҙәр боронғо йола әңенә тура килеп бөтмәй , сөнки Ҡот –абстракт илаһи көс булараҡ, тура үҙенә өндәшеүҙе талап итә.
ИЛ ҠОТОН САҠЫРЫУ

Алып барыусы ҙур түңәрәк уртаһында. Ҡысҡырып ҡот саҡырыу һүҙҙәрен әйтә . Уның артынан барыһы ҡабатлай

Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом !

Ҡабатлайҙар

Ҡайт,ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Һине саҡыра йортом,

Һине көтә башҡортом!

Һине көтә баш йортом !

Ҡайт, Ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Һин ҡайҙа –мин шунда,

Юлың ята ошонда-

Ҡайт үҙеңдең йортоңа!

Ағын һыуҙан ағып кил,

Балыҡ булып йөҙөп кил,

Аҡҡош булып осоп кил,

Бөркөт булып саңҡып кил ,

Айғыр булып кешнәп кил,

Үгеҙ булып үкереп кил!

Ә-һе-һе———әәәй !

Урал тауҙарынан ҡайт,

Иҙел баштарынан ҡайт,

Ҡояш байышынан ҡайт,

Яйыҡ таштарынан ҡайт,

Һыуҙың ағышынан ҡайт!

Ҡайт, ҡайт , Ҡа-а-айт!

Хәстә төштө йортома,

Ырыуыма, затыма!

Ерҙең гәрсә халҡына!

Яман бәндә бәләһенән

Ил-йортом ауыртына-

Ҡурҡыу баҫҡан йортома-

Ҡайт, ҡотом, тик һуңлама!

Урал ҡалҡаны бул һин,

Батыр ораны бул һин,

Тереһыу,шифа бул һин,

Сырхауҙан дауа бул һин!

Яманды Илдән ҡыуып,

Ҡалтыратып,ҡурҡытып,

Яҡшыға терәк булып-

Ҡуш йөрәген ҡузғытып,


Илде Бергә туплатып ,

Бар донъяға балҡытып

Ҡеүәт көсөн арттырып,

Аң-зиһенен таҙартып,

Яратыуын яңыртып-

Ҡайт, Ҡотом, Ҡайт, Ҡайт!

Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡайт!

Һине көтә баш Йортом!

Һине көтә башҡортоң,

Һине саҡыра йортом!

ҠОРАЙТ , ҠОТОМ, Ҡайт Ҡотом!

Берәү йүгереп килә, үҙе яулыҡ болғай.

Алып барыусы һорай унан -Нимә алып ҡайттың?

Кеше:-Ҡот алып ҡайттым !

Алып барыусы -Нимә алып ҡайттың?

Кеше:-Ҡот алып ҡайттым !

Алып барыусы -Нимә алып ҡайттың?

Кеше:-Ҡот алып ҡайттым !

Ҡайтҡан Ҡотто “күреп “, барыһы ҡыуана, ҡотлаша, көлә, бейешә башлай.Түңәрәк йөрөү ҡабатлана

Илгә Ҡот шулай ҡайтарайыҡ. Ниәт-беҙҙән, бойороҡ Алланан!Изге ниәт менән морат тигеҙ.

Берҙәмлектә –Көс, Ҡот, Еңеү рухы!








Читайте нас