Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы әүҙемселәре һәм #БеҙБергә Бөтә Рәсәй акция партнерҙары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, “Әсә йөрәге” әсәләр советы – “Яңы йыл мөғжизәһе” проектына ярашлы ишле ғаиләләрҙәге балаларҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.
Туғыҙар бала тәрбиәләгән Фәттәховтар һәм Вәлиевтәр ғаиләләренә Президент фонды гранттары аҡсаһы иҫәбенә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, канцелярия тауарҙары, Өфө эшҡыуары Вадим Заһитовтан татлы бүләктәр тапшырылды. Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай булып кейенгән Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев балаларға ысын байрам бүләк итте.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы пандемия осоронда зыян күргәндәргә ярҙам итеү йәһәтенән Президент гранттары конкурсында еңеп сыҡты. Грант буйынса йәмғеһе йөҙ йыйылма алдыҡ, шуларҙың 50-һе – өлкәндәргә, 50-һе ишле ғаиләләргә тәғәйенләнә. Балалар өсөн шулай уҡ мәктәп кәрәк-ярағы ла ҡаралған. Яңы йыл алдынан бүләк тапшырыу беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Сабыйҙарға ысын мөғжизә булды. Пандемия байрамға ҡамасаулай алмай, – тине Эльвира Айытҡолова.