Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2020 йылға йомғаҡтар яһалды һәм 2021 йылға пландар билдәләнде. Вице-премьерҙар һәм министрҙар үҙ тармаҡтары буйынса отчет бирҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыштарҙы тыңлап, ҡайһы берҙәренә уңышлы хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте, ҡайһы берҙәрен тәнҡитләне.
Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев юлдар төҙөү, был йәһәттән милли проектты тормошҡа ашырыу күрһәткестәре, аэропорттан ҡулса электричкаһы проекты һәм башҡа ҙур проекттар тураһында һөйләне. Шулай уҡ автобустар һатып алыу буйынса ла һандарға туҡталды. Мәҫәлән, быйыл 245 автобус һатып алынған.
Бөгөн Алан Марзаев сираттағы тапҡыр тәнҡитләнде. Ул Радий Хәбировтың биргән һорауына яуап бирә алманы.
– Был теманы үҙегеҙ башланығыҙ, шуға һорайым. Ҡасан Өфө урамдарынан “пазиктар” китәсәк? – тине ул.
– Мин был һорауға яуап бирергә әҙер түгел, – тип яуап бирҙе ул.
Радий Хәбиров фекеренсә, баш ҡалала “пазиктар” бөтөнләй булырға тейеш түгел.
– Был йөкләмә! Ишеттем түгел, ә буласаҡ тип яуап бирегеҙ, – тине сығыш аҙағында республика етәксеһе.
Хәтерегеҙҙә булһа, Радий Хәбиров республикаға етәксе булып килеү менән транспорт реформаһы үткәрергә һәм йәмәғәт транспорты системаһын яңыртырға ҡушҡайны. Был йәһәттән әүҙем эш бара, тик тейешле күрһәткестәргә әле өлгәшелмәгән.