Бөгөн Шаран ауылының “Төньяҡ” биҫтәһен газ менән тәьмин итеү объекты асылды.
Урындағы халыҡтың ошо туралағы мөрәжәғәтен былтыр “Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгәйне. Күп тә үтмәй республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға объект буйынса төҙөлөш-монтаж һәм көйләү эштәре башҡарылды. Газ селтәрҙәренең дөйөм оҙонлоғо – 12,7 километр.
“Төньяҡ” биҫтәһендә 350 ер участкаһы бүленгән, шуларҙың 80-е ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелгән. Әле бында алты йортта “зәңгәр яғыулыҡ”тан файҙаланалар, ҡалған йорттар селтәргә киләһе йылдың ғинуарынан мартына тиклем тоташтырыла.