Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2020, 16:00

Көрәгенә бала ҡыҫылған...

Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе туғыҙ йәшлек бала мәктәп ихатаһында...

Ял көндәрендә буранлап яуған ҡар ишек алдарын тултырып, юлдарға һырынтылар һалды. Коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡыҙыу эш мәле етте - көн тимәй, төн тимәй ҡаланы ҡарҙан таҙаланы улар. Әммә ҡайһы мәл ишек алдарында ҡар этеп йөрөүсе трактор водителдәренең, шулай уҡ йәйәүлеләрҙең үҙҙәренең дә иғтибарһыҙлығы арҡаһында аяныслы хәлдәр ҙә булып ҡуя.
Мәҫәлән, киcә мәктәп ишеге алдында ҡар таҙартып йөрөгән бәләкәй тракторҙың көрәгенә туғыҙ йәшлек баланың аяғы ҡыҫылып ҡалған. Был хаҡта ufacity.ru порталы хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар килгәнсе бала ҡар өҫтөндә көтөп ултырырға мәжбүр булған.
Был хәл Сипайлово биҫтәһендәге 155-се мәктәптең ихатаһында була. Ҡотҡарыусылар килеп етеп, малайҙы көрәк тотҡононан азат итә һәм табиптарға тапшыра. Шулай итеп, уйламағанда бала бәләгә тарып ҡуя.
Әле инциденттың сәбәптәрен асыҡлайҙар. Һаҡ булығыҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!
Фото: УГЗ.