Йәмғиәт
29 Декабрь 2020, 18:40

Радий Хәбиров магазиндарға йөрөймө?

"Фәрит улым менән һөйләшеп алырға тура килде..."

Әле республика етәксеһенең матбуғат конференцияһы дауам итә. Радий Хәбировҡа шәхси һорауҙар ҙа һаман күп. Был аңлашыла ла кеүек, сөнки кешеләргә уның ябай тормошо ҡыҙыҡ.
Башҡортостан Башлығынан уның һәм ғаиләһенең магазиндарға, сауҙа үҙәктәренә йөрөүе тураһында һоранылар. Билдәле булыуынса, күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһенең ғаиләһе менән “Икея”ла булған фотоһы донъя күргәйне. Һорау башлыса шуға бәйле булды.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, әлбиттә, ул магазиндарға йөрөй.
– Ул көндә хәлдең нисек килеп сыҡҡаны тураһында һөйләйем. Өйҙә минең башҡа балалар менән уйнай алмауы сәбәпле “ҡырағайлана” башлаған улым бар. Һәм магазиндарға йөрөргә ныҡ ярата. Беҙ барҙыҡ та. Ул кәрзинкәгә әйберҙәр йыйҙы, ә кассаға еткәс, уйынсығы менән һутын ҡулынан ысҡындырырға теләмәне, – тип көлә-көлә һөйләне был турала республика етәксеһе. – Улым менән тәрбиә эше үткәрергә тура килде. Аҙаҡ һорайым: Фәрит, тағы шулай итәһеңме? Юҡ, башҡа улай итмәйем, ти. Бына шул осраҡ социаль селтәрҙәргә эләккән дә. Ҡыҙыҡ булды. Матур фотолар ҡалды, мин уларҙы һаҡлап ҡуйҙым.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас