Әбйәлил районында Яңы йыл майҙансыҡтарын эшләү һәм биҙәү буйынса район бәйгеһе иғлан ителеүе һәр ауыл халҡын дәртләндереп кенә ҡалманы, сәмләндерҙе лә. Улар бер-береһен уҙҙырып, төрлө Яңы йыл майҙансыҡтары, һырғалаҡтар, арт-объекттар эшләне, күптәре үҙ ихаталарын биҙәне, ҡапҡа алдарына төрлө ҡар һындары эшләп ултыртты.
Ә бына Таштуй ауылында йәшәүселәр барыһын да арттырып ебәргән: Һыйыр йылын (Буға, Үгеҙ йылы) сағылдырып пресланған һалам ярҙамында иҫ киткес Яңы йыл майҙансығын яһаған. Тәүҙә һаламдарҙы һыуҙа туңдырып алғандар, сөнки уны шул килеш файҙаланғанда уның янғын сығарыу хәүефһеҙлеге бермә-бер артыр ине. Ә туңған "һалам"дан эшләнелгән төрлө арт-объекттар, бәүелсәк-һырғалаҡтар, өҫтәл-ултырғыстар ҡурҡыныс түгел, киреһенсә, йәм һәм биҙәк кенә.
Әйткәндәй, йыл хужаһының да һаламды яратып көйшәүе билдәле, шулай булғас, киләһе йыл Таштуй ауылы халҡы өсөн бигерәк тә уңышлы буласаҡ. Һәр хәлдә, һәүкәштәр уларҙың был аҙымын һәм бүләген бик яратып ҡабул итер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Яңы йыл мөғжизәләрен һәр кем үҙенсә тыуҙыра, әммә таштуйҙарҙың быйылғы иҫ киткес матур һәм креатив, үҙенсәлекле Яңы йыл майҙансығы күптәрҙә һоҡланыу уятырына шик юҡ. Тиҙҙән социаль селтәрҙә "һалам"дан эшләнелгән Яңы йыл майҙансыҡтарында төшкән фотоһүрәттәр урын аласаҡ, һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, килегеҙ, күрегеҙ!
Фото: "Абзелил" редакцияһы сайтынан.