Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 09:40

“Аныҡ яуаптар яңғыраны”

Радий Хәбировтың матбуғат конференцияһы хаҡындағы фекере менән билдәле дәүләт эшмәкәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылышы депутаты Харис Шаһиев бүлеште.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе, төрлө йүнәлештәге бихисап һорауҙарға яуап бирҙе.
Оҙаҡ йылдар Ишембай районына етәкселек иткән һәм башҡа вазифалы урындарҙа эшләгән билдәле дәүләт эшмәкәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылышы депутаты Харис Шаһиев ошо сара тураһындағы фекере менән бүлеште:
– Матбуғат конференцияһы бик йәнле үтте, унда сәйәси һорауҙар менән бергә, йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарына ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Миңә Радий Хәбировтың һәр өлкәне яҡшы белеп, аныҡ яуап биреүе оҡшаны.
Матбуғат конференцияһында төҙөлөш тармағына ҡағылышлы киҫкен мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Мәҫәлән, шул уҡ алданған өлөшсөләр проблемаһы һаман көнүҙәк булып ҡала.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, был мәсьәләне ил Президенты Владимир Путин 2024 йылға тиклем хәл итергә ҡушҡан. Етәксе һүҙҙәренән федераль структуралар менән бәйләнеш булдырылыуы, өлөшсөләр проблемаһы хәл итеү өсөн аҡса бүленеүе асыҡланды. Был ҡатмарлы проблема хәл ителер, тип ышанам.
Республика етәксеһе шулай уҡ төҙөүселәрҙең шәм ише бейек йорттарҙы теләһә ниндәй урында төҙөргә ынтылып тороуын да билдәләне. Был, ысынлап та, ҙур проблема. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул Өфөгә генә түгел, башҡа бәләкәсерәк ҡалаларға ла хас. Бәхәсле мәлдәрҙә һәр саҡ халыҡ фекере иҫәпкә алынырға тейеш – Радий Хәбиров быны яҡшы аңлай һәм хәлде контролдә тотоуын аныҡ белдерҙе.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас