Билдәле Рәсәй йондоҙо, элек “Блестящие” төркөмөндә сығыш яһаған йырсы Анна Семенович Башҡортостанға килде. Ул Өфө аэропортынан тура Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлланды, был ҡалала йырсы Ҡарһылыу булып сығыш яһай икән.
Яңы йылдың өсөнсө көнөндә Анна Семенович кире Өфөгә киләсәк: баш ҡалала “Терра Зима” Яңы йыл фестивале сиктәрендә Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар съезы башлана.
“Тиктормаҫ ҡатындарға бер урында ултырып түҙеүе ҡыйын, күсмә тормош менән йәшәргә яратам”, - тип белдерә Семенович үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә Башҡортостанға юлланыуы хаҡындағы видеояҙмаһы аҫтында.
Әйткәндәй, республика халҡында билдәле ҡунаҡтың килеп төшөүе төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. “Үҙебеҙҙә лә сибәр Ҡарһылыуҙар бөткәнме ни?” тиеүселәр ҙә табылды.
Өфө хакимиәтен ваҡытлыса етәкләгән Сергей Греков кисә үткән оператив кәңәшмәлә “Өфө хакимиәтендә Анна Семеновичтан да яҡшыраҡ Ҡарһылыуҙар бар”, - тип белдерҙе һәм мэрия хеҙмәткәрҙәрен дә Ҡарһылыуҙар парадында ҡатнашырға саҡырҙы.