Яңы йыл төнөн ҡайҙа ҡаршыларға, нимә кейергә, нимә бешерергә уйлап-һайлап ҡуйҙығыҙмы әле? Ә бына астрологтар әйткәнсә, йондоҙҙарға ҡарап кейенеп, өҫтәл әҙерләһәгеҙ, киләһе йыл бигерәк тә уңышлы килер.
Яңы йыл төнөндә Ай – Арыҫланда, Венера – Уҡсыла, ә Марс Буғала була икән. Былар барыһы ла ут билдәләре булғанлыҡтан, Яңы йылды алтын, һары, ҡыҙыл төҫтәге кейемдәрҙә ҡаршылар кәрәк. Шулай уҡ Ай Арыҫланда буласаҡ, төрлө ялтыр-йолтор биҙәүестәр, алтын алҡа, муйнсаҡтар, беләҙектәр тағыу шәп булыр.
Ут стихияһындағы билдәләрҙең өҫтөнлөгө өҫтәлдә лә боросло, әскелт ашамлыҡтарға өҫтөнлөк биреүҙе талап итә, ит ризыҡтары, ҡыҙыл шарап һайлау ҙа йондоҙҙарса булыр. Шулай уҡ йәшел тәмләткестәрҙе лә йәлләмәгеҙ, Һыйыр уны бик яратҡанын беләһегеҙ. Өҫтәлегеҙҙе төрлө йәшелсәле салаттар, ҡабымлыҡтар, бәшмәктәр менән биҙәү ҙә отошло быйыл. Шулай уҡ, ашарға бик яратмаһағыҙ ҙа, сырлы тәрилкә ҡуйырға ла онотмайбыҙ. Үткән Сысҡан йылы ауыр булһа ла, яҡшы яҡтары өсөн бүләкләү мөһим.
Меркурий менән Венераның гармонияһы байрам кисенә тылсымлылыҡ, серлелек өҫтәй, шуға ла Яңы йыл төнөндә теләгән хыялдар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ, тип иҫбатлай астрологтар.
Ғаиләгеҙ менән бергә матур табын әҙерләп, байрамдарығыҙҙы матур үткәрегеҙ, дуҫтар! Йондоҙҙар дөрөҫ юл алып, киләһе йылдар тик шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булһын, тип теләйбеҙ.