Башҡортостан Башлығының ҙур матбуғат конференцияһында баш ҡалаға бәйле һорауҙар күп булды. Шул иҫәптән яңы мэрға, Өфөләге төҙөлөшкә, уның 2024 йылдағы юбилейына әҙерлек буйынса ла.
Әле Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Грековҡа килгәндә, Радий Хәбиров уға ышаныуын белдерҙе, алдына ҡуйылған мөһим бурыстарҙы үтәй алыр, тине.
– Эйе, мин уға ышанам, ҡулынан килер тип уйлайым. Сергей Грековҡа хәҙер депутаттарҙы, халыҡты үҙенә ышандырырға кәрәк. Быға эш менән генә өлгәшергә мөмкин. Алда ҙур һынау көтә: баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына лайыҡлы әҙерләнеү, уны юғары кимәлдә үткәреү, – тине Радий Хәбиров.
Ул Өлфәт Мостафиндың бик иртә вафат булыуын ҙур юғалтыу тип билдәләне.
Юбилейға килгәндә, был сара юғары кимәлдә үтер, ҡала яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип ышана республика етәксеһе.
– Ярҙам иткән өсөн ил Президентына ҙур рәхмәт. Өфөнөң юбилейына әҙерлек беҙҙең эште баһалау буласаҡ, ә хәл бик ҡатмарлы. Республика ҡаҙнаһын һәм федераль бюджетты формалаштырыуҙа проблемалар бар. Өҫтәмә аҡса йәлеп итеү ҙә еңел түгел. Беҙҙә был йәһәттән ике төрлө программа бар. Беренсеһе нигеҙендә – 50 миллиард һум, икенсеһе буйынса – 20-30 миллиард һум алыу. Тик улар артынан да ныҡлы йөрөргә тура киләсәк. Бик көсөргәнешле өс йыллыҡ эш көтә. Тик барыһын да тормошҡа ашыра алырбыҙ тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров.