Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 17:15

Пар аттарҙа елдергегеҙ килһә...

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының "Граф күле" туристик базаһында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы үтте.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының "Граф күле" туристик базаһында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы үтте.
Сарала район хакимиәтенән, уның мәғариф бүлегенән вәкилдәр ҡатнашты. Турбаза директоры Илгиз Йәнбирҙин әйтеүенсә, быйыл ял итеү урынында ҙур эштәр башҡарылған: электр селтәрҙәре алмаштырылған, бер нисә корпуста йылытыу системаһы ремонтланған, һаҡ зонаһы тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы төҙөкләндерелгән.
Туристик базаға ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн унар пар коньки, саңғы таяҡтары, ботинкалар һатып алынған. Граф күле буйындағы мөғжизәле ҡаласыҡта саңғы шыуырға, конькиҙа йөрөргә, тюбингта эйергә, пар аттарҙа елдерергә мөмкин.
Фото район хакимиәтенән.
Читайте нас