Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 11:00

Романдың хыялы тормошҡа ашты!

Мөғжизәләр, ысынлап та, була икән.

Яңы йыл алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов Щекатуровтар ғаиләһендә булды.
- Һеҙгә республика Башлығы Радий Хәбировтың байрам менән ҡотлау сәләмен еткерәбеҙ. “Теләктәр шыршыһы”нан тап һеҙҙең теләк яҙылған хат алынды. Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашһын, - тигән теләктәрен белдерҙе Алина Наил ҡыҙы.
15 йәшлек Роман Щекатуровтың хыялы Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” акцияһына эләгә. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған өс шарҙы ала.Уларҙың береһе Роман Щекатуровтың өс тәгәрмәсле велосипед тураһындағы хыялы була.
Роман Затонда йәшәй. Биҫтәлә тиҙҙән “Тулҡын” паркын реконструкциялауҙың өсөнсө этабы тамамланасаҡ. Бәхетле үҫмер паркта үҙенең яңы велосипедында йөрөйәсәк.
- Элек ышанмай торғайным, мөғжизәләр, ысынлап та, була икән. Миңә күптән хыялланған Stels Energy серияһынан булған өс тәгәрмәсле велосипед бүләк иттеләр, - тип ҡыуанысын йәшермәй Роман.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етемдәрҙең, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларҙың һәм һаулығында кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Читайте нас