Йәмғиәт
30 Декабрь 2020, 09:10

“Уңыштарыбыҙ күп булыр, тип ышанам”

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова Башҡортостан Башлығы үткәргән ҙур матбуғат конференцияһы хаҡындағы фекере менән бүлеште.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 29 декабрҙә ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе, төрлө йүнәлештәге бихисап һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Алик ҡыҙы Шаһапова ошо сара тураһында фекере менән бүлеште:
– Радий Хәбиров – көслө лидер. Ҙур матбуғат конференцияһында ул быны тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте. Ул хаталарын таныны, ә хаталарын күргән, аңлаған кеше уларҙы төҙәтеү өсөн ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.
Радий Хәбиров республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә, бөтөн тармаҡтарға ла тулы анализ яһаны. Иғтибар үҙәгенән бер тема да ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров халыҡтың тормошон яҡшы белә, уның киләсәге, һаулығы, көнитмеше өсөн борсола.
Республика етәксеһе федераль үҙәк менән уртаҡ тел табып, килешеп эшләй, шуға ла федераль ҡаҙнанан республикаға ҙур аҡса бүленә. Был иһә төҙөлөш алып барырға, кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә.
Миңә матбуғат конференцияһы оҡшаны. Радий Хәбиров ихласлығы менән айырылып торҙо. Шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙарға ла матур итеп яуап ҡайтарҙы. Бындай лидер менән киләсәктә уңыштарыбыҙ күп булыр, тип ышанам, - тип белдерҙе ул.
Фото: gsrb.ru
Читайте нас