Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 14:05

Ейәндәрен, бүләләрен тейәп...

Пенсионер Марат Гәрәев лотереяла автомобиль отҡан.

Яңы йыл байрамы алдынан Өфөлә йәшәгән пенсионер Марат Гәрәевтың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан: ул тиҙҙән өр-яңы машиналы буласаҡ! Ә хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндереүҙә уға лотерея уйыны ярҙам иткән. Оҙаҡ йылдар уйнаған пенсионерға, ниһайәт, бәхет йылмая. Ул 600 меңлек автомобиль алыу хоҡуғына эйә.
Лотерея уйынын ул тура эфирҙа ҡарай һәм шунда уҡ еңеүен аңлай. Әммә йәнә бер тапҡыр асыҡлау маҡсатында килененән ярҙам һорай, уныһы интернетта билетты тикшерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы Марат Әхмәт улы ҡарауылсы булып эшләгән, баҡса үҫтергән. Бәхетле лотерея билетына эйә булыусының өс ейәне һәм өс бүләһе бар.
Яңы автомобилдә Марат Гәрәев тәүгеләрҙән булып тап уларҙы алып йөрөтөргә уйлай. Яңы йыл мөғжизәһен кисергән Өфө пенсионерына һәр саҡ светофорҙың йәшел уттары яныуын теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас