Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 17:00

“Орлан” юлға сыға

Ул Белорет районындағы тау саңғыһы комплексына тиклем хәрәкәт итәсәк.

2 ғинуарҙан туристар араһында популярға әйләнгән “Урал легендаһы” поезының Өфө - Яңы Абҙаҡ - Өфө маршруты буйынса яңы “Орлан” рельс автобусы йөрөй башлаясаҡ. Ул тау саңғыһы комплексына тиклем хәрәкәт итәсәк.
“Орлан” түбән һәм юғары платформалар менән ҡорамалландырған тимер юлдың электрлаштырылмаған участкаларында йөрөүгә тәғәйенләнгән.
Яңы рельс автобусына билетты “Пригород” мобиль ҡушымтаһы аша һатып алырға була.
Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн 50 процент ташлама ҡаралған.
Фото: “Башинформ".
Читайте нас