Ишембайҙан пенсионер Татьяна Буланкина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан Яңы йыл бүләге - Samsung Tab A7 планшетын алып ҡыуанды. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Башҡортостан" концерт залында урынлашҡан Яңы йыл шыршыһынан Татьяна Буланкина фамилияһы яҙылған шарҙы алған ине.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин иғлан иткән "Шыршы теләктәре" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙғарылған был сара - етем ҡалған балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар һәм һаулыҡ торошонда кәмселектәре булған өлкәндәрҙең Яңы йыл теләктәрен бойомға ашырыу өсөн булдырылғайны.
Онкологик сирле инвалид булараҡ, Татьяна Буланкина ноябрь айында ҡыҙының тәҡдиме буйынса ҙур экранлы планшетҡа мохтаж икәнлеге хаҡында үтенес хаты яҙып ебәрә. Ҡыҙы уны: https//:елкажеланий.рф сайтында теркәй. Шулай итеп, пенсионерҙың Яңы йыл теләге бойомға аша.
Яңы йыл бүләген уға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм Ишембай районының социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин өйөнә килеп тапшырҙ.