Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 09:05

Өс минут эсендә...

Сит ил фильмдарын ҡарап аптырайһы ла түгел хәҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлығыбыҙ шундағы ваҡиғаларға оҡшай бара.

Сит ил фильмдарын ҡарап аптырайһы ла түгел хәҙер. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ысынбарлығыбыҙ шундағы ваҡиғаларға оҡшай бара. Бына, мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа төндә өс минут эсендә кибетте талап сыҡҡан бер бур.
29 декабрҙә Черниковка биҫтәһендә бер эшҡыуар полицияға мөрәжәғәт иткән - уның магазинына бур төшкән. Яңы йылда һатып алыусылар араһында ла, бурҙар өсөн дә бик популяр шул пиротехника магазины. Билдәһеҙ кеше унан 40 мең аҡса, ике фейерверкты урлаған.
Сигнализация эшләп китеү менән, һаҡсылар килеп еткән дә бит - юлдарына ла ни бары дүрт минут ваҡыт үткән. Әммә улар килгәндә, бурҙан елдәр иҫкән булған инде. Енәйәт урынында аяҡ кейеме эҙҙәрен тикшергән полиция хеҙмәткәрҙәре. Уғрылыҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Салют аттырып, күңелле байрам итәм тигәнсе, ваҡытын рәшәткә артында үткәреүе лә ихтимал был әҙәмдең. Халыҡ әйткәнсә, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.

Фото интернеттан.
Читайте нас