Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 13:04

Төҙөк йәшәү – тәрбиә ул

Ауырғазы районы быйыл ауылдарҙы төҙөкләндереү, зауыҡлы итеү буйынса билдәлелек яуланы. Район үҙәге Талбазылағы балалар йортона ҡоростан ҡойоп эшләнгән ҡойма һәм ҡапҡа йәм өҫтәне, автотуҡталҡа яңыртылды. Ғөмүмән, төҙөкләндереү эше республика һәм урындағы ҡаҙналарға 780 мең һумға төшкән.

Туҡай ауылында урамдарҙағы ҡой­маларҙы матурайтҡандар, зыяраттың кәртәһе яңыртып эшләнгән, уны буя­ған­дар, был йә­һәт­тән 160 мең һум­лыҡ сығымды ба­­ғыу­сылар түләгән. Йәй буйы ауылда үләнде даими сабып һәм сүп-сарҙы һуңлатмай йыйып алып торалар. Туҡай халҡы өмәләргә лә дәррәү сыға.

– Зыяратты төҙәтеп-һипләп тороу­ҙы беҙ үҫеп килгән йәш быуын өсөн тәрбиә сараһы тип тә ҡабул итәбеҙ, – ти Туҡай кешеләре.

Ошо уҡ райондың Абдрахман ауылында ла зыярат ҡоймаларын яңыртҡандар. Башҡортостандағы тәүге ҡатын-ҡыҙ табип Мәрйәм Рәжәпова ерләнгән Бүләк ауылы зыяратында ла яңы ҡапҡа ҡуйылған, ҡоймаһын буяғандар. Ауыл хакимиәте техника менән ярҙам итә, ҡапҡа һәм ҡойма секциялары алып биргән. Балыҡлыкүл һәм Наумкин ауылдарына килгән кешеләр ҙә һәр нәмәнең төҙөк һәм зауыҡ менән эшләнгәненә иғтибар итмәй ҡалмай.
Читайте нас