Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Декабрь 2020, 13:45

Яңы йыл менән ҡотлайҙар

Беҙҙе байрам менән ил етәкселеге тәбрикләне.

Иң көтөп алған байрам – Яңы йыл етеп килә. Төрлө тарафтарҙан ҡотлауҙар килә. Башҡортостан Башлығына байрам менән ҡотлау хатын ил Президенты Владимир Путин ебәргән. Унда ошондай һүҙҙәр бар:
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Яңы 2021 йыл менән ҡотлайым.
Был матур байрам беҙгә ҡабатланмаҫ мөғжизә һәм тылсым хисе бүләк итә, яҡындар һәм туғандар менән ихлас аралашыуҙан күңелдәрҙе йылыта. Бөтә ауырлыҡтар ҙа мотлаҡ үтеп китер тигән ышаныс бүләк итә.
Етеп килгән йыл һеҙҙең өсөн уңышлы булһын, ижади еңеүҙәр һәм изге эштәр менән хәтерҙә ҡалһын. Ныҡлы һаулыҡ һәм иң изге теләктәр һеҙгә".
Ҡотлау хаты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустиндан да бар. Унда былай тиелә:
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Яңы йыл менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ!
Был ҡышҡы байрам – иң мөһиме һәм иң яратҡаны. Ул яҡындар һәм туғандар менән осрашыу йылылығы бирә, онотолмаҫ мәлдәр, бәхет хисе менән тулы.
Был көндәрҙә беҙҙең бөтәбеҙҙе лә изге үҙгәрештәргә, яҡшылыҡҡа, дөйөм бурыс һәм маҡсаттар, һөнәри һәм шәхси пландарҙың тормошҡа ашырына ышаныс берләштерә. Үтеп барған йыл еңел булманы, тик ул үҙ көстәребеҙгә ышаныс өҫтәне, беҙҙең теләһә ниндәй ауырлыҡтарға ҡаршы тора алғаныбыҙҙы күрһәтте.
Оҙаҡламай 2021 йыл үҙ хоҡуҡтарына инәсәк. Алда – яңы эштәр, ҡыҙыҡлы проекттар һәм ҡаҙаныштар. Бөтә башланғыстарығыҙға ла уңыш юлдаш булһын, ә яңы йыл уңышлы һәм тыныс үтһен.
Бар күңелемдән Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйем".
Шулай уҡ байрам менән ҡотлау Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килгән. Унда ошондай һүҙҙәр бар:
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!
Һеҙҙе Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы менән ҡотлайым!
Етеп килгән 2021 йылда барыһы ла яҡшы булһын.
Беҙ көслөрәк һәм берҙәмерәк булдыҡ, үҙ көстәребеҙгә нығыраҡ ышана башланыҡ.
Һеҙгә һәм туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға бәхет, уңыштар һәм әлбиттә, ныҡлы һаулыҡ теләйем!"
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас