Яңы йыл алдынан, вәғәҙә иткәнсә, гәзит төркөмдә иғлан ителгән бәйгенең һөҙөмтәһен билдәләнек, башҡорт эшҡыуары Рушан Вәлиев тәҡдим иткән саф көмөш алҡаны уйнаттыҡ. Конкурсыбыҙҙың еңеүсеһе - Сәриә Йәмилова – Шәмсетдинова (https://vk.com/id116924338) тип хәбәр иткәйнек инде. Шулай итеп, көмөш алҡалар Салауат ҡалаһына юллана. Сәриә Сәйфулла ҡыҙы иһә беҙгә ихлас сәләмен ебәргән.
“Барыһын да Яңы йыл менән ысын күңелдән ҡотлайым һәм “Башҡортостан” гәзите редакцияһына шундай мөғжизә бүләк иткән өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Мин иҫ киткес шатмын!
Үҙемә килгәндә, Салауат ҡалаһында йәшәйем. Ҡалабыҙҙың 18-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.
Һөнәремде бик ныҡ яратам. Был һөйөү башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, мөхитенә булған изге тойғо менән бергә үрелеп килә. Милли биҙәүестәргә лә ғашиҡмын, шуға күрә лә "Башҡортостан" гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендә үткәргән конкурста ҡатнашырға булдым.
Милли стилдәге, зауыҡлы көмөш алҡаларҙың минеке буласағын белгәс, ҡыуаныуымдың сиге булманы. Яңы йылға был – бик ҙур бүләк. Алҡаларҙы етештереүсегә һәм, әлбиттә, конкурсты ойоштороусы редакция хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтлемен! “Башҡортостан” гәзитенә яҙылығыҙ, уҡығыҙ, республика яңылыҡтары менән танышып барығыҙ! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән!”, - тип яҙған беҙгә еңеүсебеҙ.
Төркөмөбөҙҙә иһә иһә бындай бәйгеләр буласаҡ әле. Ҡатнашығыҙ, еңегеҙ, дуҫтар!
Фотолар авторҙыҡы һәм геройҙың шәхси архивынан.