Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев "Зауыҡлы биләмәләр йылы" сиктәрендә республикала башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
"Зауыҡлы биләмәләр йылы" сиктәрендә республика муниципалитеттарында 180 километрҙан ашыу тротуар, 330 мең квадрат метрҙан ашыу газон һалынған, 8 меңгә яҡын яҡтыртҡыс монтажланған. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проектына ярашлы, 103 йәмәғәт территорияһы төҙөкләндерелгән, бөтәһе өс проект - Бәләбәй, Бөрө һәм Ишембайҙа "Бәләкәй һәм тарихи ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу " программаһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған проекттар тормошҡа ашырылған.
"Башҡортостан ихаталары" республика программаһына ярашлы, дөйөм майҙаны бер миллион квадрат метрҙан ашыу булған 380 биләмә төҙөкләндерелгән. Республика программаһы буйынса 2 180 подъезд ремонтланған, күп фатирлы 1452 йортҡа капиталь ремонт яһалған. Быйыл 140 ихата биләмәһен төҙөкләндереү, 306 подъезд һәм 917 күп фатирлы йортто ремонтлау бурысы тора.
"Таҙа һыу" проекты буйынса Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта һыу менән тәьмин һәм ташландыҡ һыуҙарҙы ағыҙыу буйынса ике объекттың төҙөлөшө дауам итә. Был проекттарға федераль ҡаҙнанан аҡсалар йәлеп итеү буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы буйынса - беренсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урында тора.
Ағымдағы йылда Белорет, Әбйәлил, Хәйбулла райондарында һыу таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау эше дауам итәсәк. Дөйөм алғанда, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы тотороҡло эшләй, йылытыу миҙгеле лә яҡшы үтер, ти Борис Беляев.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселеге белдереүенсә, төрлө программа, проекттарҙың уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә, Башҡортостан йылдан-йыл төҙөкләнә, матурлана бара.