Йәмғиәт
31 Декабря 2020, 21:00

"Иң ҙур байлыҡ - республика халҡы"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап мөрәжәғәт итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап мөрәжәғәт итте.
"Был - Яңы йыл менән иң ғәҙәти булмаған ҡотлауҙарҙың береһе. Беҙ барыбыҙ ҙа шатлыҡ хисен көтәбеҙ, һәм был беҙҙең өсөн дә, ғаиләләребеҙ өсөн дә иң мөһим байрам.
Безнең барыбыҙ өсөн дә был бик ауыр һынауҙар йылы булды. Һәм беҙ һеҙҙең менән бергә уларҙы еңеп сыҡтыҡ.
Беҙҙең республика барыһынан да элек кешеләрҙең ныҡлығын күрһәтте. Нәҡ шуға күрә йылды иң аҙ юғалтыуҙар менән үттек һәм илдә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса иң уңышлыларҙың береһе булдыҡ.
Был йыл, әлбиттә, юғалтыуҙар йылы булды. Күптәр өсөн. Беҙ улар тураһында онотмаясаҡбыҙ.
ләкин беҙ киләсәккә ынтылдыҡ, Яңы йыл тураһында уйлайбыҙ. 2021 йылға ышаныс менән ҡарайбыҙ. Беҙ - бик ҙур һәм ныҡлы ғаилә. Дүрт миллиондан ашыубыҙ. Һәм һәр беребеҙ үҙенең иң яҡшы кешелек сифаттарын күрһәтте.
Беҙ бергә булдыҡ. Алда ла һынауҙар көтә икән, шулай уҡ бергә буласаҡбыҙ тип ышанам. Ни өсөн тигәндә, иң ҙур байлыҡ һеҙ - республикабыҙ халҡы", - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас