Йәмғиәт
2 Ғинуар 2021, 13:00

"Башархив" ғаилә тамырҙарын нығытасаҡ

5740 уникаль документ хәҙер асыҡ рәүештә файҙаланыла ала. 1917 йылдағы бындай рәүиз архивы Рәсәйҙең биш төбәгендә генә һаҡланған.

"Башархив" (http://basharchive.ru/) - Башҡортостан тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең уникаль проекты. Ул тарихта беренсе тапҡыр республика халҡына 1917 йылдағы ауыл хужалығы буйынса иҫәп алыуҙың Өфө губернияһындағы биш өйәҙенә (әлеге Башҡортостан райондарының күпселек өлөшө) бәйле компьютерға күсерелгән карточкалары менән танышыу мөмкинлеген бирә.
5740 уникаль документ хәҙер асыҡ рәүештә файҙаланыла ала. 1917 йылдағы бындай рәүиз архивы Рәсәйҙең биш төбәгендә генә һаҡланған.
Һәр крәҫтиән ғаиләһенә (ихата) карточка төҙөлгән, унда йәшәгәндәрҙең әйтеүе буйынса мәғлүмәт тупланған. Был белешмәләр шуныһы менән ҡиммәтле - улар Совет осоронда иҫәп алыуҙың сәйәсиләштерелмәгән мәленә хәтлем йыйылған. Карточкаларҙа хужалыҡ иҫәбе, ғаилә составы, милләт, малдың һаны һәм төрҙәре, сәсеү майҙандары күләме, ерҙе ҡуртымға биреү, ауыл хужалығы инвентарҙары, сәнәғәт, сауҙа ойошмалары һ.б. теркәлгән.
Был карточкаларҙы өйрәнеп, һеҙ ғаиләгеҙ тамырын нығытасаҡһығыҙ. Үҙ тарихыңды белеү туғандарҙы дөйөм эшкә туплау, быуындар бәйләнешен тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
http://basharchive.ru/ - "Башархив".
Фото: "Башархив".
Читайте нас