Йәмғиәт
2 Ғинуар 2021, 15:00

"Боҙ һындар бер көн дә торманы..."

- Халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итеү өсөн күпме аҡса, көс һалынғайны. Ә кисә...

Кисә Үрге Ҡыйғыла билдәһеҙ кешеләр Ленин урамындағы майҙанда әкиәт геройҙарын һынландырған боҙ фигураларын емергән. Илаһи матурлыҡҡа кемдең ҡулы күтәрелгәндер...
"Күпме көс һәм аҡса түгелгән хеҙмәттән емерелектәр генә тороп ҡалған, - тип хәбәр итәләр Ҡыйғы районы хакимиәтенән. - Йыл һайын Яңы йыл ҡаласығын төҙөүгә күп аҡса, кеше көсө талап ителә. Барыһы ла халыҡҡа Яңы йыл кәйефе бүләк итеү өсөн эшләнелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әкиәт геройҙарын һынландырған боҙ фигуралары быйыл бер көн дә тора алманы".
Вандалдарҙы эҙләү менән әле полиция шөғөлләнә. Кемдер был матурлыҡты боҙғандарҙы белһә йәиһә күрһә, тиҙ арала полиция бүлегенә хәбәр итеүҙе һорайҙар.
Матурлыҡ, байрам кәйефе тыуҙырыусыларҙың хеҙмәтенә ҡарата иғтибарлы булһаҡ ине, был хаҡта балаларыбыҙға ла еткерәйек. Яуызлыҡтан яуызлыҡ барлыҡҡа килеүен онотмайыҡ, бер-беребеҙҙең байрам кәйефен боҙмайыҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас