Йәмғиәт
2 Ғинуар 2021, 08:46

Түбәнге Яйыҡбайҙа халыҡ дәртле һәм сәмле

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы матур тәбиғәте менән генә түгел, халҡының берҙәм, дәртле һәм сәмле булыуы менән дә айырылып тора.

Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы матур тәбиғәте менән генә түгел, халҡының берҙәм, дәртле һәм сәмле булыуы менән дә айырылып тора.
Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡорт ауылдарының тарихы” тигән китабындағы мәғлүмәттәр буйынса, Түбәнге Яйыҡбай (икенсе атамаһы – Түбәнге Нуғай) – республикала иң боронғо ауылдарҙың береһе. Уның исеме йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡовтан килеп сыҡҡан.
Ауыл Һаҡмарҙан инеш алған Әмәндәк йылғаһы буйында ултыра. Район үҙәгенән 35 саҡрым алыҫлыҡта. Элек бында Салауат исемле колхоз гөрләп эшләгән, башланғыс мәктәп, клуб, мәсет булған.Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1795 йылда ауылда 35 йортта – 203 кеше, 1866 йылда 108 йортта 748 кеше йәшәгән. 1900 йылда Түбәнге Яйыҡбайҙа 170 йорт иҫәпләнгән һәм унда 862 кеше теркәлгән. Әйткәндәй, унда һыу тирмәне лә эшләгән.
Ауылды уратып алған ер-һыу атамалары – үҙе бер йәнле тарих, әллә күпме ваҡиғалар шаһиты, йыр-моңдар бишеге. Апай тауына, Апай шишмәһенә, Зөһрә суҡыһына, Оло Сағыл битенә, Һаҡмар һәм Әмәндәк йылғаларына арналған риүәйәттәрҙе ауыл халҡы әле булһа яҡшы хәтерләй.
Бөгөн ауылда 34 йорт хужалығы иҫәпләнә һәм унда 80-гә яҡын кеше йәшәй. Йәнтөйәктә ҡалыусыларҙаң күбеһе – оло йәштәгеләр, бер нисә йәш ғаилә бар. Иң оло кеше – 92 йәшлек Маһинур Хәсәнова, иң кесеһе Ләйсән Дистановаға – ни бары йәш ярым. Һигеҙ уҡыусы мәктәп автобусында күрше Ниғәмәт урта мәктәбенә йөрөп уҡый, кескәйҙәрҙән дүртәүҙе көн һайын балалар баҡсаһына илтәләр.
Ауыл кешеләренең матур бер сифаты бар, ул да булһа – берҙәмлек. Быға бер аҙ сәмлелекте лә өҫтәһәләр, түбәнге яйыҡбайҙар “һә” тигәнсә бар эште башҡарып та ҡуя. Шулай булмаһа, республика буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсында Баймаҡ районынан бөтәһе 89 ауыл араһында тәүге этапта еңеү яулай алыр инеләрме?! Конкурс барышында ниндәй генә төҙөкләндереү эштәре, төрлө кисәләр, осрашыуҙар үткәрелмәне! Ауыл халҡы сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө саралар уҙғарыуын әле лә дауам итә.
Түбәнге Яйыҡбай халҡы республикала “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулап, киләсәктә үҙҙәре йәшәгән төбәкте тағы ла күркәмерәк һәм матурыраҡ итергә хыяллана.
Читайте нас