Бөгөн, 3 ғинуарҙа, Башҡортостанда “ҡоро закон” ғәмәлдә. Республика магазиндарында алкоголде берәмләп һатыу тулыһынса тыйылған көн.
Шундай уҡ сикләүҙәр Яңы йыл каникулдарының башҡа көндәрендә лә ғәмәлдә буласаҡ. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа республикала иҫерткес эсемлектәрҙе 10.00 - 14.00 сәғәттәр араһында ғына һатып алырға мөмкин.
Ҡануниәттә ҡаралған был сикләүҙәр йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәтелгән урындарға ҡағылмай. Тимәк, был көндәрҙә кафе һәм ресторандаҙа алкоголь һатып алырға ярай.
Байрамдар көн һайын айыҡ үтһен. Ғаилә менән ял итеү, күңел асыу өсөн ҡала һәм ауылдарҙа саралар күп ойошторола. Саф һауала рәхәтләнеп спорт менән дә шөғөлләнергә була. Оҙайлы ял көндәре имен үтһен!