1 ғинуарҙа Өфөлә билдәле тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Янборисов вафат булған. Уға 70 йәш тулырға тейеш ине.
Профессорҙың хеҙмәттәштәре хәбәр итеүенсә, ул оҙайлы ваҡыт ауыр сир менән көрәшкән.
“Марат Хәбиб улы ауыр сиргә ҡаршы оҙаҡ көрәште, һуңғы көндәренә тиклем М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институтының Ватан тарихы кафедраһында эшләне. Дуҫтары, хеҙмәттәштәре, студенттары менән яҡшы мөнәсәбәттә булды. Тик сир еңде... Яҡшы кеше һәм ғалим Марат Янборисов тураһында яҡты иҫтәлек һәр беребеҙҙең йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ”, - тип яҙҙы уның хеҙмәттәштәре.
Марат Янборисов – йөҙҙән ашыу ғилми эш, китап, монография, уҡытыу-методик әсбаптары авторы. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булған, илдең Мәғариф һәм фән министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Марат Хәбиб улы 1951 йылдың 29 июнендә Красноярск ҡалаһында кадрлы хәрби ғаиләһендә тыуған. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға ингән. 1975 йылдан алып яҙмышын Башҡорт дәүләт педагогия институты менән бәйләй. 1980 йылда - кандидатлыҡ, 1994 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1995 йылдан - профессор. 1996 йылда тарих һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире итеп ҡуйыла.
2009 йылдан алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар белем биреү институтында Ватан тарихы кафедраһы мөдире була.