Йәмғиәт
3 Ғинуар 2021, 12:00

"Бик иртә киттең, хеҙмәттәш"

- Беҙ уның менән 31 декабрҙә бер-беребеҙҙе телефон аша Яңы йыл уңайынан ҡотлағайныҡ...

Йәнә күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. 51 йәше менән барған билдәле журналист Александр Шадрин вафат булған. Ул - Рәсәйҙең иҡтисади журналистикаһына нигеҙ һалған кешеләрҙең береһе. Был турала уның дуҫтарының һәм хеҙмәттәштәренең һүҙҙәренә һылтанып, “Интерфакс” агентлығы хәбәр итә.
Журналистың вафат булғаны тураһында “Коммерсантъ” баҫмаһының элекке баш мөхәррире Наталья Павлова ла социаль селтәрҙәр аша белдерҙе. Әйтеүенсә, улар 31 декабрҙә бер-береһен Яңы йыл менән ҡотлашҡан.
“Һөнәремдә тап итергә насип булған бик яҡшы кешеләрҙең береһе Саша Шадрин арабыҙҙан китте. Был хәлде бик ауыр ҡабул иттем. Ҡәҙерле иптәш һәм хеҙмәттәш, тыныс йоҡла. Беҙ һине мәңге хәтерләрбеҙ. Бик иртә киттең...” – тип яҙҙы ул.
Шадрин М. Ломоносов исемендәге МДУ-ның журналистика факультетын тамамлаған. Һөнәре буйынса карьераһын 1991 йылда “Коммерсантъ” гәзитендә репортер булараҡ башлаған. 2005-2006 йылдарҙа - баш мөхәррир урынбаҫары. Төрлө йылдарҙа ЮКОС, “Роснефть”, “Стройтрансгаз” кеүек ҙур фирмаларҙа матбуғат секретары, йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса вице-президент булып эшләй. Беҙ уны “Башнефть” компанияһының матбуғат секретары булараҡ беләбеҙ. Бында эшен 2011 йылда башлай һәм 2016 йылда китә.
Александр Шадриндың һуңғы хеҙмәт урыны булып “Росгеология” йәмғиәте тора, унда йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса директор була.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас