

Яңы йылды кейәүҙәге ҡыҙым Ынйының ғаиләһе менән бергә ҡаршыланыҡ. Күңелле байрамдан һуң төн ҡыҙым менән икәү генә ҡалып һөйләшеп ултырабыҙ.
– Иҫләйһеңдер, ағайымдың туйына күмәкләшеп алдан әҙерләндек. Миңә унда ете йәш ине, – тулҡынланған ҡыҙым өҙөк-өҙөк һөйләй башланы. – Кеше күп, арала болғанып йөрөмә, тинеләр. Ана, телефон эргәһенә ултыр ҙа, шылтыратһалар, беҙҙе саҡырырһың, тине өләсәй... Шулай төрлө кеше менән һөйләшәм... Бына бер саҡ кемдер шылтыратып, яғымлы тауыш менән өндәште. “Мин Гөләндәм апайың. Ынҡыҡай, Таһир ағайыңды саҡыр әле, зинһар. Ул миңә бик кәрәк. Зинһар, саҡыр, үтенеп һорайым...” – тине. Ә мин... Был турала өләсәйгә әйттем. Ул тиҙ-тиҙ атлап килде лә теге апай менән бик ҡаты һөйләшеп, телефонды шартлатып һалып ҡуйҙы. “Гөләндәм апай шылтыратты тип бер ҡасан да, бер кемгә лә өндәшмә! Ауыҙыңды асаһы булма!” – тип миңә лә ныҡ асыулы екерҙе...