Йәмғиәт
4 Ғинуар 2021, 11:30

Еңел пар менән!

Бындай матур йомшаҡайҙар менән йыуыныуҙан иң көйһөҙ бала ла баш тартмаҫ...

Мунса инергә яратмаған кеше бармы икән? Һорауығыҙ урынлы түгел, тигәндәр менән килешмәй булмай. Яңы йыл алдынан телевидение экрандарында барған “Яҙмыш шаяртыуы, йәки Еңел пар менән!” тигән фильмды иҫкә төшөрөү ҙә етә. “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите хәбәрселәре ошо темаға ҡағылып, уҡыусыларын бик үҙенсәлекле герой менән таныштырған.
Кристина Хафизованың шөғөлдәре күп, “Сәскәләр” киоскында флорист булып эшләүҙән тыш, башлыҡтар, шарфтар, ойоҡбаштар, уйынсыҡтар бәйләргә ярата. Яңы йыл алдынан аҡ бәхеттәр юрап, ҡыҙына йыл символдарын бәйләргә булған. Айыу, эт, мультфильм персонаждары янына хәҙер быҙауҙар өҫтәлгән. Улар һис тә ғәҙәти түгел, бындай матур йомшаҡайҙар менән мунсала йәки ваннала йыуыныуға иң көйһөҙ баланы ла күндерергә мөмкин! Матурлыҡ тыуҙырыусы, кәйефте күтәреүсе ҡыҙға һоҡланырға ғына ҡала.
Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре”.
Читайте нас