Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев Яңауыл районына эш сәфәре менән барҙы.
Парламент етәксеһе урындағы коррекция мәктәп-интернатында булып, балаларға, педагогтарға бүләктәр – видеокамера, саңғы һәм башҡа спорт инвентарҙары, өҫтәл уйындары, татлы ризыҡтар өләште. Бындай бурыс Константин Толкачевҡа “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы эләккәйне.
"Үҙеңде Ҡыш бабай итеп тойоу һәм балаларға бер аҙ тылсым өләшеү ҡәнәғәтлек бирҙе, – ти Константин Борисович. – Балалар, уҡытыусылар менән аралаштыҡ. Яңауылдағы был мәктәп-интернат ҙур ғына, унда 165 тәрбиәләнеүсе. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж".
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был сәфәр барышында парламент спикеры Яңауылдың ике тиҫтәләп ғаиләһе ҡатнашҡан Яңы йыл уйындарын да ҡараған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Кәтиф Гәрәев һәм Әмирйән Нуруллин менән осрашҡан.
Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.