Бакалавриат. Ни өсөн ҡайһы бер етәкселәр уны белемгә һанамай?
Белгестәр кеше фекерләүендә “регидлыҡ” тигән төшөнсәне айырып ҡарай. Уны асылы – шәхестең яңы шарттарға яраҡлаша алмауы. Күп етәкселәр өсөн бакалавриат – ҡыҫҡартылған, йәғни бөтөнләй етди булмаған белем. Ни өсөн тигәндә, барыһы ла биш йыл уҡырға кәрәк икәнлегенә өйрәнгән. Ә бит бакалавариат биргән белем офис белгестәренең 90 проценты өсөн етерлек. Был хәлгә формаль ҡараш бигерәк тә HR-менеджерҙар өсөн хас. Улар тәү сиратта анкетаның формаль талаптарға яуап биреү-бирмәүен тикшерә, ә булған тәжрибәне һәм һәләтлек күҙ уңынан ысҡына. Быларын тикшереүе ҡатмарлы бит.
Хәйер, эшкә алырға теләмәүҙә сәбәп икенсе нәмәлә, ә бакалавриат дипломы һылтау ғына булырға ла мөмкин. Был осраҡта һеҙгә өс сәбәптең ҡамасаулауы ихтимал: һеҙ дәғүә иткән вазифаға белем генә етмәй; һеҙҙең тәжрибә етәкселә ышаныс тыуҙырмай; һеҙ үҙегеҙҙең көслө яҡтарығыҙҙы күрһәтә һәм көсһөҙ сифаттарығыҙҙы йәшерә белмәйһегеҙ. Компанияларҙа хәҙер аҡыл көсө менән эшләгән белгестәрҙе стратегтарға, менеджерҙарға, креаторҙарға бүлеп ҡарайҙар. Стратегтарға магистратура ҡулайлыраҡ, көслө стратег – интеллектуаль продуктҡа эйә кеше, шуға күрә белгес оҙағыраҡ уҡыһа, был уның өсөн өҫтөнлөк кенә. Был осраҡта нисек уҡыуы ғына түгел, ә ҡайһы ҡалала һәм юғары уҡыу йортонда шөғөлләнеүе лә етәкселәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
Ә менеджер өсөн бакалавриат та тамам. Уның төп ҡоралы фекерләү түгел, ә эш-хәрәкәт, идара итеү процестарын аңлауы. Креаторға иһә белем мөһим түгел, ниндәйҙер курстар тамамлау ҙа етә.