Йәмғиәт
6 Ғинуар 2021, 18:15

Байрам күңелдәргә хуш килде

6 ғинуар Яңы йыл календарында Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө булараҡ билдәләнә.

6 ғинуар Яңы йыл календарында Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө булараҡ билдәләнә.
Бөгөн Өфөнөң Ленин районындағы “Йәдкәр” мәҙәниәт йорто биләмәһендә 18-се балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн “Ғаиләнең ял көнө” тигән байрам программаһы тәҡдим итте. Әкиәт геройҙары йомаҡ ҡойҙо, эстафета һәм бейеү флешмобы ойошторҙо.
Икенсе майҙансыҡта – “Тулҡын” паркында Ленин районындағы Ғаилә хеҙмәте Ғаилә көнөн уҙғарҙы. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде.
Фото: ufacity.info
Читайте нас