Йәмғиәт
6 Ғинуар 2021, 12:15

Һәр кеше бәхетле булырға хаҡлы

Иң мөһим ҡиммәт - ғаилә.

Бөгөн Башҡортостанда Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө билдәләнә.
Баш ҡаланың Совет районы халҡы Балалар филармонияһы алдындағы боҙ ҡаласығына йыйылды. “Әфлисун” берекмәһенең педагогтары өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө бәйгеләр ойошторҙо, бейетте, йырлатты. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары менән бергә балалар әйлән-бәйлән уйнаны. Байрам аҙағында барыһына ла бүләк тапшырылды.
Һәр кеше бәхетле булырға хаҡлы. Һуңғы ваҡытта бәхет өсөн һаулыҡ, именлек һәм эргәңдә яҡындарың, туғандарың булыуы кәрәк. Ҡышҡы байрамдар был йәһәттән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото: ufacity.info
Читайте нас