Йәмғиәт
5 Ғинуар 2021, 20:00

Тулыбайҙа торба йүнәтеп...

Ошо көндәрҙә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зариповтың тыуған көнө булған. Күркәм байрамын ул нисек үткәргән?

Ошо көндәрҙә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов тыуған көнөн билдәләгән. Күркәм байрамын ул нисек үткәргән?
"Хәйерле иртә, дуҫтар! – тип яҙған “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Артур Зарипов. – Ысынында дуҫтарымдан, коллегаларымдан, хатта таныш булмаған кешеләрҙән ҡотлау сәләмдәрен уҡыу күңелгә шул хәтлем рәхәт. Йылы һүҙҙәр ҙур эштәргә этәргес бирә, көс-дәрт өҫтәй. Мине ихлас ҡотлауҙарығыҙға, изге теләктәрегеҙгә ҙур рәхмәт!"
Артур Мөхлис улы белдереүенсә, ул тап тыуған көнөндә район буйлап йөрөгән. Әйткәндәй, Тулыбай ауылында һыу торбалары шартлаған булған. Шул сәбәпле Шакша урамындағылар һыуһыҙ тороп ҡалған. Йылытыу селтәренең авария бригадаһы йәһәт килеп етеп, етешһеҙлекте төҙәткән. Шулай итеп, тулыбайҙар тиҙ арала һыу менән тәьмин ителгән.
Тынғыһыҙ хакимиәт башлығына артабан да уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас