Йәмғиәт
6 Ғинуар 2021, 11:30

Яңы йылды ҡаршылағандан һуң...

Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек йәш атай дуҫын Өфөгә илтергә сыҡҡан.

Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек Илнар Сәләхов тураһында кисәнән алып хәбәр юҡ. Ир дуҫын Өфөгә илтергә сыҡҡан. Хәҙер уларҙың икеһе лә бәйләнешкә сыҡмай.
Дәүләт номеры В721КХ102 булған “Пежо” автомобилендә баш ҡалаға юлланған Илнарҙың буйы 1 метр 76 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, ҡыҫҡа һоро сәсле, күҙҙәре һоро. Күк куртка, зәңгәр кофта, йәшел джинс салбар, ҡара ботинка кейгән.
Йәш ир хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәренә (8-987-1060-601) йәки ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә (112) хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды.
Читайте нас