Мәскәүҙә оҙайлы ауырығандан һуң билдәле башҡорт ғалимы – Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы, профессор, ҡаты матдәнең физик химияһы өлкәһендәге белгес Тельман Әминев вафат булған. Ул яңы магнит материалдарын булдырыу принциптарын өйрәнеүҙә, ғөмүмән, материалдарҙы өйрәнеүгә тос өлөш индергән. Уның 85 йәшенә тиклем аҙ ғына ваҡыт ҡалған булған.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, милли әҙәбиәт классигы Зәйнәб Биишеваның өлкән улы әсәһенең исемен һәм ижади мираҫын мәңгеләштереү өсөн әллә күпме эш атҡарған.
Тельман Ғәзиз улы Әминев 1936 йылдың 20 ғинуарында Салауат районының Малаяҙ ауылында тыуған. 1966 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының химия факультетында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. 2002 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институтында “Хромдың ҡатмарлы халькогенидтары синтезы һәм магнит үҙенсәлектәре” докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.
Тельман Әминев 181 ғилми, уҡыу-методик хеҙмәт һәм эшләнмәләр авторы ине. Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университетының (Яңы Черкасск политехник институты) дөйөм һәм органик булмаған кафедраһы профессоры, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булған.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре Тельман Ғәзиз улының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.