Йәмғиәт
6 Ғинуар 2021, 19:10

Ғаилә менән ял итеүгә ни етә!

Ойоштороусылар ниндәй генә бәйгеләр уйлап тапманы: “Ғаилә ҡәлғәһен төҙө”, эстафеталар, бейеүҙәр, әйлән-бәйлән һәм башҡалар.

Саф һауалағы ҡышҡы уйындарҙан да яҡшыраҡ нимә бар? Быйыл иһә һауа торошо ла ҡулай, ғаиләләр ҙә әүҙем ялды һағынғайны.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Ғаилә” үҙәктәре менән берлектә ойошторған 35-се Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙың кәйефе көр, көс-дәрте ташып торҙо. Сарала дүрт мең самаһы кеше ҡатнашты.
Ойоштороусылар ниндәй генә бәйгеләр уйлап тапманы: “Ғаилә ҡәлғәһен төҙө”, эстафеталар, бейеүҙәр, әйлән-бәйлән һәм башҡалар.
Ғаилә ялдары район-ҡалаларҙа ҡасан һәм ҡайһы урында үткәне менән Башҡортостандың Ғаилә порталына инеп танышырға мөмкин: семьярб.рф
Фото: vk.com
Читайте нас