Иртәгә православие динен тотҡан кешеләрҙең ҙур байрамы – Христос Раштыуаһы көнө. Был изге байрамды диндар кешеләр ашҡынып көтөп ала һәм киң билдәләй. Башҡортостанда төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәре йәшәһә лә, байрамдар уртаҡҡа әйләнеп бара.
"Беҙҙең ҙур ғаилә, республикабыҙҙағы ҙур өлөш кеүек үк, күп милләтле һәм күп конфессиялы. Һәм, әлбиттә, бер-беребеҙҙең ҡиммәттәрен, ҡараштарын уртаҡлашырға тырышабыҙ. Бар ғаиләләрҙә һөйөү, бер-береңде аңлау һаҡланыуын теләйем. Һәммәгеҙгә лә тыныслыҡ һәм изгелек, байрам менән!" – тип яҙҙы ул.