Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 11:30

Ирекмәндәр ял да итә

Стәрлетамаҡ районы ирекмәндәре бергәләшеп байрам ҡаршыланы

5 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ районының барлыҡ ирекмәндәре бер майҙанға – “Стәрлетамаҡ-Арена” боҙ һарайына йыйылды.
Яңы йылды бергәләшеп байрам итеүгә арналған сарала, әлбиттә, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, төрлө әкиәт персонаждары ирекмәндәргә байрам кәйефе бүләк итте. Байрамды Стәрлетамаҡ районының “Ауыл советы ҡанаттары” ирекмәндәр отряды ойошторҙо. Байрам барышында күңелле музыка оҙатыуында боҙҙа төрлө спорт ярыштары, уйындар уҙғарылды, еңеүселәр бүләкләнде. Шулай уҡ байрам барышында лайк-тайм алып барылды. Һөҙөмтәлә иң күп лайк йыйыусы Рощинский ауыл советы еңеүсе тип табылды.
Бына шулай, Стәрлетамаҡ районы ирекмәндәре емертеп эшләй ҙә, күңелле итеп ял да итә белә.
Фото: “Ауыл советы ҡанаттары”ның “Бәйләнштә”ге сәхифәһенән.
Читайте нас