Йәмғиәт
7 Ғинуар 2021, 17:30

Иртәгә кешеләргә ташланыуҙары ихтимал...

"Меҫкендең эске ағзалары янған һәм өҙгөләнгән, күҙҙәре соҡоп алынған. Эргә-тирәһе ҡанға батҡан..."

Салауат ҡалаһында Яңы йылдың беренсе көнөндә берәҙәк этте, бысаҡ һәм петарда ҡулланып, йыртҡыстарса язалап үлтергәндәр. Был ҡот осҡос хәл тураһында хайуандарҙы яҡлаусы Гуля Ишбулатова “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарында хәбәр итә.
"Беҙ, ғәҙәттәгесә, берәҙәк эттәрҙе ашатырға килдек тә шаҡ ҡаттыҡ. Быға тиклем дә унда бестерелгән көсөктө муйынан салып киткәйнеләр... Ә был эттең эсен ярғандар, бот араһын ҡырҡҡандар һәм күҙенә атҡандар... Полицияға ғариза яҙҙыҡ, ваҡиға урынына оператив төркөм сыҡты, медицина экспертизаһы эшләнәсәк", – тип белдерә Гуля Ишбулатова.
Ветеринар клиника табиптары фаразлауынса, этте үлтергәндә петарда ҡулланғандар, һөҙөмтәлә эске органдары янған һәм өҙгөләнгән, күҙҙәре соҡоп алынған. Эргә-тирәһе ҡанға батҡан. “Был эште язаһыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ”, – тип яҙа Ишбулатова.
Был хәлгә халыҡ битараф ҡалманы, социаль селтәрҙә этте үлтергән әҙәмдәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу яғында булғандар күп. Улар белдереүенсә, хайуанҡайҙы язалағандар бөгөн эттәрҙе үлтерһә, иртәгә кешеләргә ташланыуы ла ихтимал.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай хәл булғайны.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас