"Һәр ғаиләнең үҙ традициялары бар. Беҙҙә Раштыуа байрамын ғаиләлә ҡаршылау матур йолаға ингән. Быйыл да байрамды ғаилә менән ҡаршылайбыҙ. Яҡындар эргәлә, улар һау-сәләмәт,бәхетле икән- был иң мөһиме. Һәр йортта именлек, гармония һәм аңлашып йәшәүҙәрен теләйем. Үпкәләрегеҙ бар икән- ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ үпкәләтергә мөмкин булғандарҙан ғәфү үтенегеҙ. Йылды "еңел" йөрәк менән башлағыҙ".