Йәмғиәт
8 Ғинуар 2021, 16:00

Ҡатын-ҡыҙ йомшаҡ, улар бөгөлә. Ә ирҙәр...

Журналдың аҙаҡҡы һанында тормош сифатына анализ яһалған. Ул барыбыҙ өсөн дә фәһемле.

Билдәле "The Lancet" медицина журналының аҙаҡҡы һанында донъяла һуңғы 20 йылдағы тормоштоң сифатына анализ яһалған һәм ул барыбыҙ өсөн дә фәһемле.
Был мәҡәлә 188 илдең күрһәткестәрен үҙ эсенә ала, демография проблемаларына ла, шул иҫәптән ғүмер оҙайлылығына ҡағылмай үтмәй. Уның һығымталары ҡыҫҡаса түбәндәгесә.
Уртаса ғүмер оҙайлығы буйынса статистика һәр илдә айырым иғтибар үҙәгендә. Ирҙәр буйынса был күрһәткес, мәҫәлән, ошо осорҙа Германияла – 78,1, Бөйөк Британияла –79,1, Австралияла – 79,5, Израилдә – 80, Исландияла – 80, Японияла 80,5 йыл тәшкил итте. Рәсәй буйынса ул байтаҡҡа түбәнерәк – 65,7 йәш кенә. Элекке СССР илдәренән иң оҙайлы ғүмер Әрмәнстанда – 70,2 йәш, иң ҡыҫҡаһы Ҡаҙағстанда – 62,6 йәш. Донъяның күпселек илдәрендә һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә уртаса ғүмер оҙайлығы күтәрелә төштө. Мәҫәлән, Израилдә ул - 5,5, Польшала – 6,2, Чехияла – 7,5, Һиндостанда 6,9 йәшкә күтәрелде. Рәсәйҙә иһә был күрһәткес 1,4 йәш кенә булды.
Белгестәр раҫлауынса, әлеге күрһәтелгән дәүерҙә ваҡытынан алда булған үлем һәм хеҙмәткә һәләтлелекте юғалтыу осраҡтарына тын юлдары инфекцияһы, йөрәктең ишемия сирҙәре, ашҡаҙан-эсәк инфекцияһы төп сәбәпселәр булһа, хәҙер мейе эшмәкәрлегендә ҡан әйләнешенең боҙолоуы (тәүге сиратта – инсульт) беренсе урынға сыҡты. Унан билдә һәм муйындағы ауыртыуҙар менән бәйле сир, юғары ҡан баҫымы, депрессия сәбәпле барлыҡҡа килгән ауырыуҙар ҙа ҡалышмай. Быларҙың барыһы ла бөтә илдәргә лә хас. Әммә Рәсәй кешеләренә “дөрөҫ булмаған йәшәү рәүеше” нығыраҡ ҡағыла һәм ул уртаса ғүмер оҙайлығына кире йоғонто яһай ҙа инде. Айырыуса быны ирҙәргә ҡарата әйтергә мөмкин.
Ошо турала яҙыусы, “Тормош антологияһы” китаптары серияһының авторы Геннадий Дёмочкин шулай тип әсенеп яҙа: “Ирҙәр үҙҙәрен тулы мәғәнәһендә ғаилә башлығы итеп тоя алмағанлыҡтан иртә үлә. Тәбиғәтенә ярашлы, ир кеше – ғаиләне ашатып-эсереп, тәьмин итеп тороусы. Әгәр ҙә ул үҙ илендә ғаиләһен матди яҡтан заманса кимәлдә яҡларлыҡ эш хаҡы ала алмай икән - һына. Ҡатын-ҡыҙҙар йомшаҡ, улар бөгөлә. Ә ирҙәр ҡаты, шуға улар һынып төшә”.
Фото: meditation-portal.ecwid.com
Читайте нас