Ял һәм байрам көндәренә ҡарамаҫтан, Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре биләмәләрҙе тәртипкә килтереү эшен дауам итә.
Юл селтәре һәм тротуарҙар тәүлек әйләнәһенә ҡарҙан таҙартыла. Төндә коммуналь хеҙмәттәр үҙәк урамдарҙы тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Баҫҡыстарҙы, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын эшселәр үҙҙәре көрәй. Күперҙәр, юл айырсалары, юлдағы башҡа хәүефле участкалар боҙлауыҡҡа ҡаршы махсус матдәләр менән эшкәртелә.
Идарасы компаниялар күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын көрәй, сүп-сарҙы йыя, тайғаҡ тротуарҙарға ҡом һибә, ҡыйыҡтарҙы боҙбармаҡтарҙан таҙарта.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.