Йәмғиәт
8 Ғинуар 2021, 15:30

Бер йылға түҙеп торайыҡ

Юл үткәргесте төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тиклем тамамларға планлаштыралар.

Бөгөндән, 8 ғинуарҙан, алып Өфөләге Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешкән урындағы юл үткәргес төҙөкләндереүгә ябыла. Баш ҡалаға көньяҡтан һәм аэропорт яғынан инә торған көсөргәнешле сиселеш үҙенең үткәреү һәләтлелеген күпкә кәметте һәм бында йыш ҡына тығындар барлыҡҡа килә башланы.
Уның үткәреү һәләтен Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы янында булған ике күпер араһына яңыһын төҙөү арттырасаҡ. Әммә уны юл үткәргес менән бергә ҡушырға кәрәк, кире осраҡта тығындар проблемаһы хәл ителмәйәсәк.
Юл үткәргесте төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 2021 йылдың ноябренә тиклем тамамларға планлаштыралар. Артабан, 2022 йылда Ҡала көнөнә тиклем төп юлдан төшөү урындарын төҙөкләндереү буйынса комплекслы эштәр тамамланасаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдар һәм яһалма ҡоролмалар ремонты буйынса идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе белдереүенсә, был урындағы төҙөкләндереү уның параметрҙарын нормативҡа еткереү өсөн башҡарыла.
"Әле юл үткәргестең дүрт һыҙаты бар, һәр йүнәлеш буйынса икешәр. Төҙөкләндереүҙән һуң алты һыҙат буласаҡ. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспекты аҫтында аралыҡ ҡоролмаһы балкалары оҙайтыласаҡ, ошоноң менән транспорт хәрәкәте өсөн тағы бер айырымланған һыҙат барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, үткәреү һәләте тағы артасаҡ. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәлә үткәреү һәләте өстән бер тапҡырға артырға тейеш, - тине ул. – Беҙ был урынды Юғары иҡтисад мәктәбе белгестәре менән тикшерҙек. Иртәнге һәм киске тығын ваҡыттарында был участканан сәғәтенә 6,5 мең автомобиль үтә. Беҙ күп варианттарҙы ҡараныҡ, иң уңайлыһын эҙләп таптыҡ".
“Уралмостстрой” йәмғиәтенең 30-сы күпер отряды директоры Василий Чекуров белдереүенсә, бөгөн тест режимында юл үткәргесенең бер өлөшөн япҡандар ҙа. Ул автоһәүәҫкәрҙәрҙе сабыр булырға, бер-береһенә ихтирам менән ҡарарға саҡырҙы.
"Был ҡала һәм уның кешеләре файҙаһы өсөн эшләнә. Беҙ эштәрҙе мөмкин булғанса тиҙ, сифатлы итеп башҡарырға тырышасаҡбыҙ. Төҙөкләндереү ялһыҙ, байрамһыҙ, тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ, ике смена эшләйәсәк", – тине ул.
Ошо тирәләге көсөргәнеште кәметеү өсөн 2019-2020 йылдарҙа яҡындағы Посад, Сун-Ят-Сен, Октябрь революцияһы, Минһажев һәм башҡа урамдарҙа ремонт яһалған.
Был урамдарҙа ваҡытлыса хәрәкәт схемаһы үҙгәрә. Ҡайҙалыр хәрәкәт бер яҡлыға әйләнәсәк, ҡайҙалыр боролорға ярамаясаҡ һәм машиналарҙы ҡуйыу тыйыласаҡ.
Эштәр дауам иткән 11 айҙа автоһәүәҫкәрҙәр үҙҙәре лә тығындарҙы кәметеү өсөн тырыша ала. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә йәшәгәндәр ҡалаға Затон аша инә ала. Шулай уҡ “Пугачев урамы – Нуғай шоссеһы – М5 трассаһына сығыу” маршрутын да ҡулланырға була.
Әҙерлек барышында ваҡытлыса светофорҙар, яңы юл билдәләре, аншлагтар ҡуйылды, бетон сикләгестәр, сигнал таҫмалары барлыҡҡа килде. Светофорҙың яныу ваҡыты хәрәкәт трафигына ҡарап үҙгәреп торасаҡ.
Төҙөкләндереү арҡаһында юлдың был участкаһында автомобиль транспорты хәрәкәте схемаһы үҙгәртелде. Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында бының өсөн махсус бүлек булдырылған, унда схемалар, урап үтеү юлдары күрһәтелгән. Автобустар хәрәкәте лә үҙгәрә, улар юл үткәргесте урап үтәсәк. Тик туҡталыштар үҙгәрмәй. Был участканан 31, 51, 51а, 211, 234, 291, 14, 57, 57a, 214, 216, 257к, 277, 298, 54, 232, 235-се маршруттар йөрөйәсәк.
Йәмәғәт транспортында йөрөгәндәргә юлдағы ваҡыттың оҙайыуын иҫәпләргә кәңәш ителә, ә автоһәүәҫкәрҙәргә урап үтеү юлдарын алдан планлаштырырға кәрәк.
Ҡала хеҙмәттәре өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын сикләүҙәргә аңлап ҡарарға саҡыра һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас